Йәштәр көнөн байрам итәбеҙ
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Йәштәр көнө айҡанлы 30 июндә 19.00 сәғәттә Красноусолдағы М.Ғафури исемендәге майҙанда киске күңел асыу сараһы була.
Уның программаһында: тантаналы ҡотлауҙар, "Кәләштәр парады”, "Алтын йәштәр” – мәктәп тамамлаусыларҙы тәбрикләү, "Никотинды витаминға алмаштыр!” акцияһы, ижади коллективтар, йәштәр рок-төркөмө сығыштары, конкурстар, дәртле дискотека.
Байрамға рәхим итегеҙ!

Уңыштар һеҙгә, йәштәр!
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле районыбыҙ йәштәре – ҡыҙҙар-егеттәр!
Байрамығыҙ – Йәштәр көнө уңайынан  ихлас күңелдән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ.
Был гүзәл байрамдың йәй миҙгеленә, бар тәбиғәт гөл-сәскәгә күмелгән мәлгә тап килеүе ҙур мәғәнәгә эйә: йәшлек тигән ҡабатланмаҫ миҙгел дә ғүмерҙең сәскәләй сағы, ярһыу тойғоларға бай, иң саф мәле.
Һеҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, республиканың, районыбыҙҙың киләсәге һеҙҙең белемегеҙгә, ижади потенциалығыҙға һәм хеҙмәткә ынтылышығыҙға, йәмғиәттә үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙға  бәйле.
Йәшлек – ул хыялдар һәм өмөттәр ташып торған, тормошта үҙ юлыңды  табыу, ҡыйыу уй-фекерҙәр һәм ҡаҙаныштар менән донъяны таң ҡалдырыр мәл. Йәшлегегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, ул һеҙҙең тормошоғоҙҙоң яҡты бер бите булып ҡалһын. Йәшлек тигән матур миҙгел һәр берегеҙгә бары уңыштар, шатлыҡтар, мөхәббәт, бәхет алып килһен. Һәр ваҡыт шат булығыҙ, ҡабатланмаҫ мәлде файҙалы үткәрегеҙ. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, йәштәр!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.   

Ҡоралығыҙҙы һаҡлағыҙ
27 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

раждандарҙың атыу ҡоралын юғалтыу, урлатыу һәм ҡорал менән һаҡһыҙ эш итеү осраҡтары йышайҙы. Бының төп сәбәбе булып ҡоралды һаҡлау һәм транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәмәү тора.

Һабансылар көс һынашасаҡ
27 июня 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Башҡортостан командаһы ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең VI асыҡ чемпионаты ярыштарына әҙерләнә башланы. Билдәле булыуынса, 30 июндән 1 июлгә тик-лем Өфө районында ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең асыҡ чемпионаты уҙғарыла.
Чемпионатты ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте, төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай. Башҡортостан командаһы составына биш кеше инде. Улар араһында — Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Әлиә Яҡупова, Гөлназ Яҡупова һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Гөлиә Иҫәндәүләтова, шулай уҡ Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан Илдар Ишекәев һәм Стәрлетамаҡ районының «Агрофирма Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Римир Ғизәтуллин. Ҡатнашыусыларҙың өсәүһе үткән чемпионаттарҙа ҡатнашҡайны инде. Мәҫәлән, Илдар Ишекәев бынан алдағы биш ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы ун механизаторы иҫәбенә инде. Илдарҙың иң юғары ҡаҙанышы – 2015 йылда Һарытау өлкәһендә ер һөрөү буйынса Рәсәйҙең дүртенсе чемпионатында «Трактор-шоу»ҙа өсөнсө приз-лы урын. Былтыр Римир Ғизәтуллин, чемпионатта тәүгә ҡатнашып, «Трактор-шоу»ҙа дүртенсе урынды алды. Әлиә Яҡупова ла 2016 йылда ер һөрөү буйынса V асыҡ чемпионатта беренсегә ҡатнашты һәм Рәсәй чемпионаты тарихында ярышҡа сыҡҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле булды.

Тырышлыҡ бушҡа китмәй
23 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Тырышлыҡ бушҡа китмәйКүптән түгел Ҡарағай ауы-лында йәшәүсе Миңнира менән Радик Сәғитовтар тыуған көндәрен – 55 йәштәрен билдәләне. Улар матур ғаилә булып, ҡулға-ҡул тотоношоп 32 йыл ғүмер итәләр. 2 балаға ғүмер биреп, ҡыҙҙары Рита медицина юлын һайланы, улдары Ринат – юрист. Икеһе лә яратып һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр, башлы-күҙле булдылар. Сәғитовтар бәхетле олатай-өләсәй ҙә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24