Шәхесен ололоҡлаған халыҡ үҙе бөйөк
23 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Шәхесен ололоҡлаған халыҡ үҙе бөйөкРайоныбыҙ күренекле шәхестәргә бик бай. Яңғыҙҡайын ауылы ла илебеҙгә бик күп шәхестәр үҫтергән. Бер түгел ике Советтар Союзы Геройы, Белоруссия партизаны, ҡаһарман яугир Сәйфулла Мәжитов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Винер Ғафаров һәм башҡа шәхестәр менән ауылдаштары  хаҡлы ғорурлана ала. Шулар араһында яҙыусы, шағир, публицист булып танылған Рәшит Сабитов айырым бер урын биләй.

Ташҡалҡан
23 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Яҙыр һүҙем таш тауы - Ташҡалҡан ту-раһында. Был хозур урын Сәйетбаба ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта Теләпәй тигән яланда урынлашҡан.
Уның башына менеп ял итеп ултырғаным да бар. Тәбиғәт күренештәре, Урал тауының армыт-армыт тауҙары алыҫтарҙан күренеп ята. Тәбиғәттең матурлығы иҫ китмәле! Ана, Ташкиҫкән кисеүе, Аҡсар һырты, Үләтле, Ҡарамалы яҡтары күренә. Былар барыһы ла саф һыулы Мәндем йылғаһы бу-йында урынлашҡан. Йылға балыҡҡа бик бай – унда бағыр, бәрҙе, суртан, шамбы, боғара һәм башҡа төр балыҡтар бар. Сөнки халыҡ был тирәлә һирәк йөрөй.
Күп йылдар элек «Йондоҙ» колхозы ваҡытында бер 3-4 аласыҡ бар ине, май бешеп, ҡатыҡ-ҡорот әҙерләп ауылға алып ҡайта торғайнылар. Теләпәй яланы еләкле, бөрлөгәнле, көртмәлелек тә бар. Хәҙер унда зифа ҡарағай-шыршылар үҫә. Сабынлыҡтар ҙа етәрлек, ауыл халҡы ла, көтөү ҙә барып етмәй бында.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

Уңған күршеләрем
23 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Уңған күршеләремҒаилә - тәү ҡарамаҡҡа йәмғиәттең ябай ғына күҙәнәге. Әммә был төшөнсә артында кешенең шәхси бәхет һәм тулы ҡанлы матур тормош хаҡындағы хыялдары ята. Ысынлап та, йәмғиәттә ғаиләнән дә мөһимерәк нимә бар?!

Ир аҫылы эштә һынала
23 июня 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Ир аҫылы эштә һынала"Урожай” КХ ЯСЙ-е етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

Үлемгә этәреүселәргә ҡаршы
23 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына  үҙ-үҙеңде үлтереүгә этәргән йәки үҙ-үҙеңде үлтереүгә булышлыҡ иткән, үҙ-үҙеңде үлтереү теләге уятҡан эшмәкәрлек ойошторған, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙы уның ғүмере өсөн хәүефле булған ғәмәлдәр ҡылыуға йәлеп иткән өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләгән 110.1, 110.2 һәм 151.2-се яңы статьялар өҫтәлде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24