Хөрмәтле һалым түләүселәр!
23 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

2017 йылдың 1 июленә тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса исемлек һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ ҡулланылып килгән һалым һалыу режимына ярашлы, алынған килемдәр тураһында һалым декларацияларын тапшырырға онотмағыҙ.

Ауылымдың үткәне һәм бөгөнгөһө
23 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

"Тыуған ауылым Игенйылға”,- тиһәм,
Был күптәргә ғәжәп тойола.
"Ниңә шулай?” – тигән таныш һорау
Тағын бер ҡат миңә ҡуйыла.

Каникулдары күңелле һәм файҙалы башланды
23 июня 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Каникулдары күңелле һәм  файҙалы башланды
Каникулдары күңелле һәм  файҙалы башланды
Каникулдары күңелле һәм  файҙалы башландыЮлыҡ мәктәбендә "Йәйләү” лагеры программаһына ярашлы ошо уҡ исем аҫтында башланғыс класс уҡыусылары өсөн көндөҙгө лагерь ойошторолған. Унда барлығы утыҙ уҡыусы йөрөй.

Халыҡ хәтере мәңгелек
23 июня 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Халыҡ хәтере мәңгелек
Халыҡ хәтере мәңгелек
Халыҡ хәтере мәңгелекБөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 72 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, атай-олатайҙарын, яҡындарын, туғандарын юғалтыусыларҙың күңел яралары һаман һыҙлай, йөрәктәрҙе әрнетә. Һуғыш яугирҙары, илебеҙгә тыныслыҡ алып килеүселәр һәр саҡ хәтерҙә һәм иҫтә.

Изге байрам менән!
23 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, райондаштар!
Рамаҙан айы тамамланып, Ғыйҙел-Фитыр – Ураҙа байрамы етеүе менән тәбрик итәм һеҙҙе! Изге Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын! Игелекле ғәмәлдәрҙе күберәк башҡарырға тырышайыҡ!  
Был боронғо байрам барлыҡ дин тотоусылар өсөн рухи камиллыҡҡа ирешеүгә ынтылыу символы булып тора. Тәрән мәғәнәгә эйә әлеге байрам кешеләрҙә исламдың рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрен тәрбиәләй, күңелдәрҙә миһырбанлыҡ, ата-бабаларыбыҙ, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт хистәре уята. Ураҙа байрамы игелекле эштәр башҡарыу, мохтаҗдарға ҡарата ҡайғыртыусанлыҡ һәм игелек күрһәтеү менән билдәләп үтелә, кешеләрҙең камиллыҡҡа ынтылыуын кәүҙәләндерә.
Барлыҡ дин тотоусыларға күркәм сабырлыҡ, ураҙаны иҫән-һау тамамлауҙарын теләйем! Көтөп алынған Ураҙа байрамын яҡындарығыҙ эргәһендә ҡаршылағыҙ. Барлыҡ ислам дине тарафдарҙары өсөн изге һаналған әлеге көн шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын, күңелдәрегеҙгә тыныслыҡ һәм гармония, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм татыулык алып килһен!
Ғәйет намаҙы Красноусол мәсетендә иртәнге сәғәт 9-ҙа башҡарыла.
Рауил хәҙрәт ИВАЕВ,
имам-мөхтәсиб.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 24