Илле алты йыл тын булыр ине...
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илле алты йыл тын булыр ине...1941 йылдың 22 июне – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында иң дәһшәтле, ҡанлы дата ул. Был - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Был – 1418 көн һәм төн фажиғәһе. Беҙгә барлыҡ һәләк булғандар, фашист тотҡононда михнәт кисергәндәр, оккупация-ла, тылда аслыҡ-яланғаслыҡтан, ауырыуҙарҙан
донъя ҡуйғандар хаҡында хәтерләтеп тороусы көн ул.

Уңғандарыбыҙ
20 июня 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

УңғандарыбыҙЛенин исемендәге – "Р.В.Мөьминов” хужалығы эшсәндәре сәсеүҙе әҙерлекле ҡаршылап,  уны йомғаҡланы.
 Хужалыҡтарҙа дөйөм 569 гектар арпа, 600 гектар шәкәр сөгөлдөрө, 140 гектар көнбағыш, 50 гектар һоло, 150 гектарҙа бер йыллыҡ мал аҙығы культуралары сәселгән, яҙғы бойҙай сәсеүлектәре 432 гектарҙы биләй. Механизаторҙар ямғыр яумай торған арала сәсеүлектәрҙә дым ҡаплатыу, ашлау, тырматыу эштәрен башҡарҙы. Азат Йәрмөхәмәтовтың ("Т-150” тракторында) ярҙамсылары Илдус Ғәлиев, Илдус Вәлишин, Әмир Ғәйнуллиндарҙан  торған агрегаты шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарына химик утау уҙғарып, мул уңышҡа нигеҙ һалды.
Һүрәттә: заправкалаусы Әмир Ғәйнуллин, тракторсы Азат Йәрмөхәмәтов, һыу
ташыусы Илдус Ғәлиев.

Баҫыу көндәлеге
20 июня 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Йәйен бесән сап, ҡышын ит-май ҡап, ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә әҙерләнгән бесән юҡ районда. Тик "Урожай” крәҫтиән хужалығы һәм "Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы ғына мал аҙығы әҙерләүгә тотонған. Башҡа хужалыҡтарҙа эш башланмаған. Быйыл
хужалыҡтарға 3 мең гектар майҙанда күп йыллыҡ, 2118 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәрҙе сабып, мал аҙығы әҙерләү бурысы тора. Бынан тыш 633 гектарҙа силос өсөн кукуруз сәселгән. Хужалыҡтарға һәр аяҙ көндөң сәғәтен тулы ҡеүәтенә файҙаланып, барлыҡ көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтеү зарур.

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
20 июня 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
20 июндән 30 июнгә тиклем гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде.
Шулай итеп, ошо арауыҡта "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 751 һум 74 тин (индексы 50675), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, I, II төркөм инвалидтар өсөн 686 һум 70 тин (50675), пенсионерҙар өсөн 687 һум 78 тин (06075), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтар өсөн 622 һум 74 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын” ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.

Владимир Путин “тура бәйләнеш”тә аралашты
20 июня 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Ил етәксеһе тура эфирҙа дүрт сәғәт аралашыу арауығында 68 һорауға яуап бирҙе. Һорауҙарҙан күренеүенсә, халыҡты һаман да торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәт хаҡы һәм пенсия мәсьәләләре борсой. Президент яуаптарының төп тезистарын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 24