Яңы технология ҡулланыла
07 июля 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Яңы технология ҡулланыла
Яңы технология ҡулланыла
Яңы технология ҡулланылаКөн дә тиерлек яуып торған ямғырҙар мал аҙығы әҙерләү барышын тотҡарланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Урожай” крәҫтиән хужалығында етерлек күләмдә мал аҙығы запасы туплап ҡалырға тырышалар.

Байрамығыҙ менән!
07 июля 2017 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.
Почта хеҙмәте – ул борон-борондан йәмғиәт тормошонда айырым урын биләгән әһәмиәтле тармаҡ. Ул илдең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә, халыҡҡа киң аралашыу мөмкинлеге бирә, халыҡ араһында абруй һәм ҙур һорау менән файҙаланыла. Яңы технологиялар нигеҙендә заманса хеҙмәттәр булдырыу менән бергә һеҙ, почта хеҙмәткәрҙәре, халыҡҡа матбуғат баҫмаларын, хаттар һәм башҡа корреспонденцияларҙы, пенсия, пособиеларҙы үҙ ваҡытында алып барып еткереп, ҙур эш башҡараһығыҙ. Коммуналь түләүҙәр, электрон юл менән аҡса ҡабул итеү, банк картаһы ярҙамында төрлө операцияларҙы һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу – һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт. Артабан да халыҡ өсөн ябай һәм ышаныслы хеҙмәттәр күрһәтеүҙә намыҫлы эшләрһегеҙ, тип ышанам. Ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә именлек теләйем. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән һәр бер йортҡа яңылыҡтар, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә килеп торһон. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Үҙ эшенең оҫтаһы
07 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Үҙ эшенең оҫтаһыҺәр тармаҡтың да үҙ оҫталары, алдынғылары, иң-иңдәре була. Сәйетбаба почта бүлексәһе начальнигы Миләүшә Шәрифулла ҡыҙы Зиннурова ла район почта тармағы алдынғыларының береһе.

Балалар ҙа ихлас ҡатнашты
07 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Балалар ҙа ихлас ҡатнаштыБарлыҡ Ислам донъяһы киң ҡолас менән билдәләп үткән Ураҙа байрамы  Бурлы ауылында ла матур үтте. Көн ямғыр-болотло булһа ла, ауыл мәсете халыҡ менән тулы булды.

Рәсми портал асылды
07 июля 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Рәсми эшлекле порталы – bizrb.ru – булдырылды.
Бында эшҡыуарҙар Башҡортостан Республикаһындағы финанс, мөлкәт, мәғлүмәт-консультация ярҙам тураһында тулы мәғлүмәт алырға, 2013 – 2018 йылдарға "Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам”  Дәүләт программаһы, шулай уҡ райондар һәм ҡала округтарының дәүләт ярҙамы муниципаль программалары менән танышырға мөмкин.
"Эшлекле бәйләнештәр биржаһы” ("Биржа деловых контактов”) бүлегендә теркәлеп, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар үҙ эшмәкәрлеге хаҡында белдереү, партнерҙар һәм клиенттар йәлеп итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек ала.
Был порталда эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы сараларына ҡағылышлы даими һорашыуҙарҙа үҙ фекерен белдерергә мөмкин.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2