Илебеҙ күге тыныс булһын
11 июля 2017 йыл | Хаттар

Илебеҙ күге тыныс булһын22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө районыбыҙҙа, шул иҫәптән беҙҙең Ҡауарҙы ауылында ла киң билдәләнде.

Күңелендә гел изгелек уның
11 июля 2017 йыл | Хаттар

Мағаш тауы итәгендә, саф һыулы Еҙем йылғаһы ярында урынлашҡан Ибраһим ауылында тыуып, ғүмере буйы ошонда йәшәүсе Фәниә еңгә Әбделмәнова ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуған ғинуар айында  үҙенең етмеш дүрт йәшен билдәләне. Ете тиҫтәнән ашыу ғүмер эсендә төрлөһөн күрҙе ул.  Шатлыҡ-ҡыуаныстары ла булды, һағышы ла урап үтмәне. Ауырлыҡтары ла әҙ булманы. Әммә ул яҙмыш һынауҙарына, тормоштоң ел-дауылдарына бирешмәне, һынманы, һығылманы.

Мәшәҡәттәргә ҡарамай, хәбәрләшеп тороғоҙ
11 июля 2017 йыл | Хаттар

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Көнө түгел, сәғәте ҡәҙерле ҡыҙыу  мәлдә һәр кем үҙ хәстәрлектәре менән йәшәй. Ысынлап та, йәйге мәшәҡәттәр башланып, ауыл кешеһе тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрҙән бушамаған осорҙа хаттар ҙа кәмей төшә. Июнь айында редакция почтаһы гәзит уҡыусыларҙан килгән хаттарға ныҡлы бүҫкәрҙе: ни бары 23  хат алдыҡ.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо һәр ҡайҙа эштәргә ҡамасау булыуға ҡарамаҫтан, июль айы һәр йәһәттән ҡыҙыу осор булып һанала. Был мәлдә мәшәҡәттәр етерлек: күктән болоттар таралып, ҡояш күренеү менән баҫыуҙарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа бесән әҙерләргә тотонорға, йорт-баҡса эштәренә лә өлгөрөргә кәрәк, яйлап ҡына бешкән емеш-еләктән ҡайнатма-компоттар әҙерләйһе лә бар. Мең төрлө мәшәҡәттәргә сумған ауыл кешеһенең ҡулына ҡәләм алырға ваҡыты ла ҡалмайҙыр. Әммә гәзиттең йөкмәткеһе тап һеҙҙән килгән көнүҙәк темаға яҙылған, уҡымлы мәҡәләләр, хеҙмәт алдынғылары, уңғандар, булдыҡлылар хаҡындағы һүрәтләмәләр, ҡыҙыҡлы, фәһемле мәғлүмәттәр менән тулылана, байый.
Балаларҙың йәйге каникулдарының икенсе айы, уҡыусыларҙың бишенсе хеҙмәт  сиреге бара,  ошо мәлдә кемдер ялға юллана, араларында ниндәй ҙә булһа файҙалы шөғөл табып, ғаилә бюджетын тулыландырған мәктәп уҡыусылары ла бар.  Шундайҙар тураһында ауыл хәбәрселәре  яҙып ебәреп торһа, бик шат булыр инек.
Хөрмәтле уҡыусылар!  Аҡыллы кәңәштәр, эшлекле тәҡдимдәр, йөкмәткеле хаттар  көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән.
Мөхәрририәт. 

Башҡортостанымды данлайым!
11 июля 2017 йыл | Хаттар

Беҙҙең ил – туғанлыҡ даръяһы. Бай ерҙәрендә барыһы ла бар. Мәрмәрҙәр, гәүһәрҙәр табыла. Иң мөһиме – һәр кемгә бәхетле йәшәргә, иркенләп һуларға һауа бар.

Ярты быуат ғүмер үткән...
11 июля 2017 йыл | Хаттар

Мәктәп йылдары, нисә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, һәр кемдең күңелендә иң яҡты иң матур хәтирә булып һаҡлана. Беҙҙең мәктәпте тамамлауыбыҙға ла 50 йыл булып киткән. Толпар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен 1966-1967 уҡыу йылында  14 ҡыҙ һәм малай тамамланыҡ. Әлеге мәлдә туғыҙыбыҙ иҫән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3