Әфлисун – витаминдар сығанағы
14 июля 2017 йыл | Кәңәштәр

Әфлисун –  витаминдар сығанағыӘфлисундың тыуған иле булып Көньяҡ Ҡытай һанала. Беҙҙең эраның башында ул Һиндостанда күренә башлай, ә унан инде ғәрәптәр әфлисунды Мысырға, Сүриәгә һәм Африканың Көнсығыш яры буйҙарына сығара. Тәүге йөрөтөүселәр әфлисунды лимон менән бергә Европаға индерә.

Тарихи атамалар онотолмаһын
14 июля 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда ла туризмды үҫтереү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Һуңғы ҡыңғырауҙан һуң уҡыусылар 1-2 көнлөк, өлкән класс уҡыусылары оҙайлыраҡ ваҡытҡа туристик сәйәхәттәргә сыға. Сәйәхәткә сығыр алдынан маршрут карталары төҙөлә, барып күрә торған тау, йылға һәм башҡа урындарҙың атамалары өйрәнелә.

ГИМНАЗИЯ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ
14 июля 2017 йыл | Мәғариф, Хаттар

ГИМНАЗИЯ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ19 июндә мине район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары ял иткән "Йәйләү” ял лагерына ҡунаҡҡа саҡырҙылар.
"Йәйләү”ҙәге уҡыусылар менән ихлас күңелдән аралашып ҡайттым. Улар сәхнәгә сығып, теҙелешеп баҫып шиғырҙарымды яттан уҡынылар, һорауҙар бирҙеләр.

Яҡын дуҫың булыу – ҙур бәхет
14 июля 2017 йыл | Хаттар

Яҡын дуҫың булыу – ҙур бәхетҺеҙгә дуҫым Әлфиә Мәхмүт ҡыҙы Әбделмәнова хаҡында һөйләмәксемен. 1992 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең директоры булып Р.И.Ҡәҙерғолова эшләй башлағас, үҙенең янына секретарь итеп күршеһе Әлфиәне эшкә алды. Ошо көндән башлап Раҡия Исхаҡ ҡыҙы, мин – мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары Диләрә Рәшит ҡыҙы Ҡаһарманова, тәрбиә эштәре буйынса - Алик Ҡотлобай улы Ҡотлобаев һәм Әлфиә тырышып эш башлап ебәрҙек.

Янғын булдырмауға ямғыр ярҙам итә
14 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Күп кенә ғалимдар билдәләүенсә, Ер шары климатының йылына барыуы һөҙөмтәһендә урман янғындары ла арта бара. Ошо урында ябай ғына ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү урынлы булыр ине – янғындарҙы һүндереүгә ҡарағанда уларҙы булдырмау, йәғни иҫкәртеү йөҙ тапҡырға арзаныраҡҡа төшә. Беҙ шулай уҡ урмандарҙы һаҡларға ынтылырға ла тейешбеҙ.
Быйыл ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә урман янғындары булғаны юҡ. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Беҙ һәр саҡ уяу булырға, урмандарыбыҙҙы янғындарҙан һәм башҡа бәлә-ҡазаларҙан һаҡларға тейешбеҙ. Шуға күрә лә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, урманға йүнәләһегеҙ икән, унда тәртип һәм таҙалыҡты һаҡлағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Ғафури урман хужалығы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3