Шатлыҡтарға түҙеп ҡара һин...
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә, бәләкәй бер ҡалала бара. Геройҙар ҙа күп түгел. Ғаиләлә улы Сәғит, килене Әнисә, уларҙың ҡыҙы Аида менән Нәфисә исемле ҡатын йәшәй.

Патриотлыҡ илде һөйөү генә түгел
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Патриотик рухта тәрбиәләү тигәндән, беҙ ғәҙәттә, илде, Ватанды һаҡлау, уны яратыу тиеберәк ҡабул иттек. Ошоноң менән ул хәрби рухта тәрбиәләү һымағыраҡ килеп сыға ине. "2016-2020 йылдарға Рәсәй граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү” яңы дәүләт программаһы ҡабул ителгәс, ошо йүнәлештә эште тағы ла киңерәк йәйелдереп, әүҙемерәк алып барырға кәрәклеге билдәләнде. Патриотик тәрбиә бик туҡталғаны ла юҡ, киреһенсә, Украиналағы хәлдәр, көнбайыштағы матбуғат сараларының тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙары беҙгә башҡараһы эштәр күп икәнен иҫкәртә.

Янғынды булдырмау хәйерлерәк
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

18 июлдә Рәсәй Дәүләт янғын күҙәтеүе органдары ойошторолоуға 90 йыл тула.  Бөгөнгө көндә Дәүләт янғын күҙәтеүе янғындарҙы булдырмауға һәм профилактикалауға, халыҡты, матди байлыҡтарҙы уттан һаҡлауҙың һөҙөмтәле сараларын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән ҡеүәтле  һәм емешле сис-тема булып тора.

Ил именлеге мөһимерәк
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Владимир Путин менән Дональд Трамптың тәүге осрашыуы, АҠШ-тың КХДР-ға янауы, Ҡырғыҙстанда юғары вазифа өсөн көрәш башланыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Асыҡ тыңлау була
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

2017 йылдың 1 авгусында 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Ғафури районы МР Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәләләр буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия тарафынан Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йортта (204-се бүлмә) ҡабул ителә. Совет ҡарарҙары проекттары райондың рәсми сайтына  урынлаштырылған: http:// www.gafury.bashkortostan.ru/.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп
 уҙғарыу буйынса комиссия
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2