Табын йәштәре йыйыла
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Быйыл февраль айында Табын ырыуы вәкилдәренең IV йыйыны уҙғайны. Ошо йыйында Табын ырыуы йәштәренең йыйынын уҙғарыу тәҡдиме индерелде.
Табын ырыуы йәштәренең йыйыны 22 июлдә Архангел районының  Абҙан ауылы эргәһендә, йәмле Инйәр бу-йында үтәсәк. Бында йәштәр тирмәләр ҡороп, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, йыр-бейеүҙә маһирлыҡтарын күрһәтәсәк. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә уҙғарыласаҡ сарала милли көрәш, уҡтан атыу, шахмат, йүгереү, һикереү, гер күтәреү кеүек спорт ярыштары буласаҡ. Шулай уҡ милли кейемдәр, биҙәүестәр күргәҙмәһе, милли аш-һыу, йыр-бейеү конкурстары уҙғарыу ҡаралған. Табын ырыуы йәштәре йыйынында беҙҙең ра-йондан да делегация ҡатнашыуы көтөлә.

Гран-при алдылар
18 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

15 июлдә Өфөләге "Ватан” этнопаркында үткән башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың "Байыҡ”
республика балалар телевизион бәйгеһендә беҙҙең балалар ҙур уңыш яуланы.
"Төлкәҫ” бейеү ансамбле (етәксеһе  - Айгөл Буранова) 10 йәшкә тиклемге йәш төркөмөндә тулы ансамблдәр араһында төп бүләкте -  Гран-при яуланы. Ә "Быҙыбыт” өлгөлө балалар ансамбле солистары Илшат Ҡотов менән Ильвина Мөхәмәтова (художество етәкселәре – Илшат Хәбибуллин) ошо уҡ йәш төркөмөндә лауреат булдылар. Йәш артистарҙы һәм уларҙың етәкселәрен, ата-әсәләрен ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Әфлисун – витаминдар сығанағы
14 июля 2017 йыл | Кәңәштәр

Әфлисун –  витаминдар сығанағыӘфлисундың тыуған иле булып Көньяҡ Ҡытай һанала. Беҙҙең эраның башында ул Һиндостанда күренә башлай, ә унан инде ғәрәптәр әфлисунды Мысырға, Сүриәгә һәм Африканың Көнсығыш яры буйҙарына сығара. Тәүге йөрөтөүселәр әфлисунды лимон менән бергә Европаға индерә.

Тарихи атамалар онотолмаһын
14 июля 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда ла туризмды үҫтереү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Һуңғы ҡыңғырауҙан һуң уҡыусылар 1-2 көнлөк, өлкән класс уҡыусылары оҙайлыраҡ ваҡытҡа туристик сәйәхәттәргә сыға. Сәйәхәткә сығыр алдынан маршрут карталары төҙөлә, барып күрә торған тау, йылға һәм башҡа урындарҙың атамалары өйрәнелә.

ГИМНАЗИЯ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ
14 июля 2017 йыл | Мәғариф, Хаттар

ГИМНАЗИЯ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ19 июндә мине район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары ял иткән "Йәйләү” ял лагерына ҡунаҡҡа саҡырҙылар.
"Йәйләү”ҙәге уҡыусылар менән ихлас күңелдән аралашып ҡайттым. Улар сәхнәгә сығып, теҙелешеп баҫып шиғырҙарымды яттан уҡынылар, һорауҙар бирҙеләр.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 17