Һыу буйында һаҡ булайыҡ
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Эҫе көндәр башланыу  менән бала-саға ғына түгел, ололар ҙа һыу буйына ашыға. Унда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген барыһы ла белеп тә бөтмәйҙер.
Иң элек һыуҙың йылылығы +18 градус булырға, ашағандан һуң  һыу кергәнгә тиклем 1,5-2 сәғәт үтергә те-йеш. Йылға буйына килгәс тә тәүҙә бер аҙ ҡояшта ҡыҙынып алығыҙ. Уның да үҙ ҡағиҙәләре бар. Әйтәйек, беренсе аҙнала 20-30 минуттан артыҡ ҡыҙынырға кәңәш ителмәй. Һуңынан аҙ-аҙлап ҡыҙыныу ваҡытын арттырырға ла була. Ҡыҙыныу өсөн иң ҡулай ваҡыт – иртәнге 9-ҙан 11-гә, кисен 4-тән 6-ға тиклем. Был осорҙа организм тән тиреһе өсөн кәрәкле ультрашәмәхә нурҙарын яҡшы үткәрә. Ҡыҙынғанда ҡояшҡа тәндең бөтә урындарын да бер самала күрһәтергә кәрәк. Шуға ла ҡомлоҡта хәрәкәтле уйындар (футбол, волейбол) уйнау бик файҙалы. Һыуға кергәс тә күберәк хәрәкәтләнегеҙ, йөҙөгөҙ. Һыуҙа 15-20 минуттан артыҡ торорға кәңәш ителмәй. Сыҡҡас, ҡоро таҫтамал менән һөртөнөгөҙ.

Турист картаһы төҙөлдө
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының интерактив турист картаһында барып күреү өсөн ҡыҙыҡлы уникаль мәҙәни һәм тәбиғи объекттар: шифаханалар, ял йорттары, тау саңғыһы базалары, йылға-күлдәр, шишмә-шарлауыҡтар, тауҙар, мәмерйә һәм хозур ҡаялар билдәләнгән.
Шулай уҡ унда республикалағы бөтә тәбиғәт һәйкәлдәренең, федераль һәм региональ ҡулланылыштағы айырым һаҡланыусы тәбиғи территорияларҙың сиктәре күрһәтелгән. Ә һәүәҫкәр балыҡсыларға һәм һунарсыларға балыҡ аулау һәм һунарсылыҡ  итеү биләмәләренең сиктәрен белеү файҙалы буласаҡ.
Был турист ресурстары картаһы өҫтөндә эш әле лә дауам итә. Теләүселәр төрлө ҡыҙыҡлы урындарҙың, маршруттарҙың координаталарын һәм тасуирламаһын, фотоларын e-mail:rgo-rb@mail.ru адресына ебәреп ярҙам күрһәтә ала. Барыһы өсөн дә кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булған мәғлүмәттәр картаға индереләсәк.

Ҡаялар илендә: Аҡташ
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Райондың Аҡташ ауылынан 1,5 км көньяҡтараҡ ятҡан был мәғрүр ҡая Еҙем йылғаһының уң яҡ ярында, түбәнге ағымда урынлашҡан. Аҡташ ҡаялары йылға ағымы йүнәлешендә бара-бара, Олотау һырттарына килеп ҡушыла.
Аҡташҡа барыу юлы бик ябай. Еҙем буйлап килеп тә уны табырға була. Йәйге эҫе көндәрҙә тирә-яҡ ауылдарҙан да, Өфөнән дә бында ял итергә теләүселәр бигерәк күбәйә. Юлсылар еңел машиналарҙа ла, маршрут автобустарында ла килә ала. Еҙемдең көмөштәй саф һыуында балыҡ тоторға, рәхәтләнеп һыу инергә, һоҡланғыс Аҡташ ҡаяларынан көс-дарман, хәл йыйырға мөмкин.

Географтар слетҡа йыйылды
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Географтар слетҡа йыйылдыКүптән түгел Бөрө районының Десяткино ауылы эргәһендә республиканың география уҡытыусыларының 2-се слеты үтте.

Мәғрүр тора бында ҡаялар...
28 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Мәғрүр тора бында ҡаялар...Йәйҙең йәмле бер көнөндә Рус география йәмғиәтенең (РГЙ) район бүлексәһе һәм Красноусол мәктәптәренең бер төркөм уҡыусылары хозур тәбиғәт һәйкәле - Ишембай районындағы Кәлим осҡан ҡаяһы һәм Ҡуҡрауыҡ шарлауығына походҡа барҙылар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17