“Күбәләктәр вернисаж”ында
25 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Уҡыу эскәмйәһе” акцияһын был юлы "Йәшлек” ял паркында уҙғарҙы. Төҙөкләндереү эштәре барған парк-та ҡыҙыҡлы китаптар уҡыу өсөн урын да табылды.
Кескәйҙәргә ҡуйылған кескәй йортта шунда уҡ уйнап йөрөгән балалар күбәләктәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Улар араһында алыҫ Сорғот ҡалаһынан, Стәрлетамаҡтан, Ишембай районынан килеүселәр ҙә бар ине. Сағыу һүрәтле китаптарҙы ҡарағандан һуң, ҡыҙҙар асфальтта "Күбәләктәр вернисажы” эшләп тә ҡуйҙылар.
Район китапханаһы.

Йәштәрҙең “Яңы офоҡтар”ы
25 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә "Яңы офоҡтар” тип аталған китап донъя күрҙе. Унда беҙҙең ике яҡташыбыҙ – Мөнир Ҡунафин һәм Рәйлә Сабитованың да әҫәрҙәре урын алған.
2015 йылда, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында, "Китап” нәшриәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына хәҙерге заман йәштәре тормошо һәм проблемаларына арналған әҫәрҙәргә конкурс иғлан иткәйне. Унда 45 йәшкә тиклемге авторҙар ҡатнашты, барлығы 29 әҫәр баһаланды. Яҡташтарыбыҙ Мөнир Ҡунафин унда I  дәрәжә дипломға, Рәйлә Сабитова 4-се урынға лайыҡ булды. Еңеүсе әҫәрҙәрҙән торған йыйынтыҡҡа республиканың әҙәби мөхитендә танылыу яулаған Мөнир Ҡунафин, Баныу Ҡаһарманова, Рәйлә Сабитова, Гөлнара Мостафина, Тимур Рәхмәтуллиндың әҫәрҙәре индерелгән. (Тағы бер еңеүсе – рус телендә ижад итеүсе Артур Карраның китабы "Йәштәр тауышы” серияһында айырым баҫма булып донъя күргән). Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе "Яңы офоҡтар” конкурсының жюри рәйесе, профессор Фәнил Күзбәков яҙған.
З.СУФИЯНОВА

Йәмәғәт үҙәктәре эшләй
25 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостанда электрон белем алыуҙың берҙәм мәғлүмәт үҙәктәре эшләп килә. Уларҙың маҡсаты –  электрон мәғлүмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеге сикләнгән граждандарға: пенсионерҙарға, эшһеҙҙәргә, алыҫ райондарҙан килеп белем алыусы уҡыусыларға һәм башҡаларға ярҙам итеү.  
Әлеге көндә был үҙәктәр (edu.bashkortostan.ru/center-for-publik-access-rb/map-of-cod) ВЭГУ академияһы базаһының 22 үҙәгендә һәм "Ә.З.Вәлиди исемендәге милли китапхана” селтәренең 37 китапханаһында асылған.
Электрон белем алыу порталына дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталының логины һәм пароле ярҙамында керергә мөмкин. Унда Интернет эшҡыуарлыҡ, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, компьютер менән эшләргә өйрәтеүсе һәм башҡа курстар ғәмәлгә ашырыла. Уҡыу бушлай. Был Интернет-сервис менән өйҙә лә, йәмәғәт мәғлүмәт алыу үҙәктәрендә лә файҙаланырға була.

Ауылым матур уңғандары менән
25 июля 2017 йыл | Хаттар

Тыуған яҡ...Кемдәрҙе генә үҙенә
тартмай ул. Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә тыуған яҡ ҡәҙерле. Тыуған йорт ҡапҡаһын асып ҡаршы алыусы булмаһа ла, һәр йыл һайын йәнтөйәгем Сәйетбабаны һағынып ҡайтам. Ата-әсәйем күптән инде баҡыйлыҡҡа күсһә лә, тыуған нигеҙҙе һыуытмайбыҙ, улар ҡабыҙған усаҡты һүндермәҫкә тырышабыҙ. Быйылғы йәйге ялымда ла ауылыма ҡайттым. Ауыл йылдан-йыл күҙгә күренеп матурлана. Йәштәр бынамын тигән итеп йорттар һала, баҡса үҫтерә, мал-тыуар үрсетә.

Тыуған яғы кәрәк кешегә
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Бер шишмәнең һыуын эсеп, бер сирәмдә аунап үҫеп, яҙмыш төрлө тарафтарға таратҡан дуҫ-туғандарҙы, күрше-күләнде осраштырған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы Уҫман ауылында гөрләп үтте. Ауыл халҡының күрешеү шатлығын уртаҡлашырға ра-йон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Салауатов, ошо төбәктән район Советы депутаты Фаил Зәйнетдинов, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйфуллин, "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәүилә Лоҡманова, журналис-тар Айгөл Фәхриева, Алһыу Суфиянова һәм башҡалар килгәйне.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17