Директор яуаплылыҡҡа тарттырылды
21 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Район кешеһенең мөрәжәғәте буйынса ра-йон прокуратураһы федераль закондың үтәлешен тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, элек-
ке мәктәп хеҙмәткәре учреждение директорына хеҙмәт кенәгәһе, штат расписаниеһы һәм устав күсермәһен һорап ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әммә, мәктәп директоры законда ҡаралғанса өс көн эсендә һораған мәғлүмәттәрҙе бирмәй. Ошо факт ғариза менән прокуратураға мөрәжәғәт итергә нигеҙ була ла инде. Граждандың ғаризаһын ҡарағандан һуң, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.39 статьяһына ярашлы, мәктәп директорына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асылды. Мировой судья ҡарары менән учреждение етәксеһе админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылып, уға 1000 һум күләмендә штраф һалынды. Шулай уҡ асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында күрһәтмә ҡағыҙы сығарылып, ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры
ярҙамсыһы, 2-се класлы юрист.

Ышанысты юғалтҡандар
21 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури район прокуратураһы ауыл биләмәһе Советтарында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закондың үтәлешен тикшерҙе.
Тикшереү барышында райондың бер ауыл советында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы законды үтәмәү күренеше асыҡланды – ауыл Советының ике депутаты 2016 йылдағы килемдәре тураһындағы мәғлүмәттәрен күрһәтмәгәндәр. Ышанысты юғалтыуҙары менән бәйле ошо ваҡиға закон буйынса депутат эшмәкәрлеген туҡтатыуға нигеҙ булып тора. Депутат эшмәкәрлектәрен туҡтатыуҙы талап иткән прокурорҙың күрһәтмә ҡағыҙы сығарылды. Прокурор надзоры акты һөҙөмтәләре буйынса ышанысты юғалтыуҙары менән бәйле депутат вәкәләтлектәре туҡтатылды.

Ярҙам итеүегеҙҙе һорайым
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Йүкә сәскәһенән төп бал йыйыу осоро башланды. Күп кенә умартасылар ошо мәлдә үҙҙәренең умарталарын йүкә урманына алып бара. Был бик көсөргәнешле, бал ҡорттары өсөн ауыр мәл. Бал ҡорттары күсереп йөрөтөүҙе яратмай, ярһыйҙар, сағалар.
Ошо осорҙа район Умартасылар йәмғиәте исеменән етәкселәргә, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, эске эштәр бүлегенең полиция майоры Жәлил Ғәйнуллин етәкселегендәге ЮХХДИ, урман хужалығы, ветстанция хеҙмәткәрҙәренә умартасыларға һәр яҡлап та ярҙам итеүҙәрен һорайым. Сөнки умарталарҙы төндә, ҡараңғы мәлдә генә күсерергә мөмкин. Умартасыларға иһә күсереп йөрөткәндә транспорт сараһын алдан ныҡлы әҙерләп, дәдәндәрҙе ныҡлы бәйләп кенә юлға сығыуҙарын һорайым. Бер-берегеҙгә итәғәтле булығыҙ, кәрәк саҡта ярҙам итегеҙ. Төп бал йыйыу осорон бәлә-ҡазаһыҙ ғына үткәреп ебәрәйек. Бы-йыл Иглин, Нуриман кеүек райондарҙа йүкә сәскәһе юҡ. Шуға ла районға ситтән бик күп умартасылар килеүе көтөлә. Барығыҙға ла күпләп бал йыйыуығыҙҙы теләйем.
Рәдиф Халиҡов,
район Умартасылар йәмғиәте рәйесе.

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы
21 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлыҒафури ауыл урмансылығының элекке етәксеһе Мозафар
Мостафа улы Аллаяровты танып белһәм дә, эш буйынса яҡындан әңгәмәләшергә тура килгәне булманы. Бар ғүмерен етәкселек вазифаларында үткәргәнлектән,  һөйләшеү нисектер етдиерәк, ҡорораҡ килеп сығыр һымаҡ ине. Әммә был олпат кәүҙәле, ҡарашында ҡәтғилек сағылған ир-уҙамандың ябайлығы, асыҡлығы күңелдәге көсөргәнеште һыпырып алғандай булды. Әңгәмәләшкәндә үҙенең сабыр холҡо, бөтә кешегә лә (шул иҫәптән ҡул аҫтында эшләгәндәргә лә), кем булыуына ҡарамаҫтан, берҙәй ихтирам менән ҡарауы, ҡайҙа эшләһә лә ябай һәм баҫалҡы, ғәҙел булыуы, үҙе әйтеүенсә, гел дөрөҫлөккә барыуы,  кешене рәнйетмәүе – уның холҡоноң төп һыҙаттары тап ошолар икәнен күрәһең.

Хәүефле сир
21 июля 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Беҙҙең күршеләрҙә, Ырымбур өлкәһендә һыйыр малдарын клиник ҡарау уҙғарғанда малдарҙа нодуляр дерматит сиренә хас билдәләр асыҡланды: Ташлы районы Зерновой ауылында  - 21, Соль-Илецк ҡала округының Новоилецк ауылында 91 баш малда.2016 йылда был инфекция Төньяҡ Кавказ һәм Көньяҡ федераль округтарына бик ҙур зыян килтергәйне инде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17