Оҙаҡҡа һуҙырға түгел
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2012 йылдың 1 декабрендә ҡабул ителгән 2236-р һанлы "Күсемһеҙ милекте дәүләт кадастр иҫәбенә алыу һәм уға дәүләт теркәүе уҙғарыуҙа дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын күтәреү” тип аталған саралар планы (юл картаһы) тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы, сиктәре асыҡланмаған ер участкалары менән файҙаланыу тыйыласаҡ.

“Эшемде яратып башҡарам”
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

“Эшемде яратып башҡарам”Йәштән һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, сауҙа өлкәһендә әле лә тырышып хеҙмәт итеүсе Зилара Әбүбәкер ҡыҙы йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ташбүкән ауылында уртансы бала булып донъяға килә.

Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
21 июля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәр
Өҙә баҫты “Төлкәҫ”тәрРайон мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләп килгән "Төлкәҫ” бейеү ансамбленең "Байыҡ” республика балалар телевизион бәйгеһендә үҙ йәш төркөмөндә Гран-при яулауы хаҡында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Ансамбль етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы БУРАНОВА һәм ошо уҡ бәйгелә
лауреат булған тағы ике баланың художество етәксеһе Илшат Хәтим улы ХӘБИБУЛЛИНдан бәйге тәьҫораттарын уртаҡлашыуын үтендек.

Парламентарийҙар районда булды
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Парламентарийҙар районда булды
Парламентарийҙар районда булды
Парламентарийҙар районда булдыӨфөлә III Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтә. РФ Дәүләт Думаһының Аграр мәсьәләләр буйынса комитетындағы ауылды социаль үҫтереү буйынса ярҙамсы комитетының «Заманса шарттарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» темаһына арнала был семинар-кәңәшмә. Ошо уҡ исемдәге маҡсатлы федераль программаның үтәлеше лә тикшерелә семинар-кәңәшмәлә. Сараға илдең 60-ҡа яҡын төбәгенән 400-гә яҡын ҡунаҡ килде. Улар араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, ил төбәктәренең ауыл хужалығы министрҙары, муниципаль район хакимиәте, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, ғалимдар бар. Семинар-кәңәшмә эшендә РФ Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Иван Лебедев ҡатнаша.

Граждандарҙы ҡабул итеү
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутатының төбәк эше графигына ярашлы,  РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич ИЗОТОВ  Яңғыҙҡайын ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итә.
Ҡабул  итеү 24 июлдә 15.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем бара. Һорауҙар булһа, алдан 2-12-78, 2-12-96 телефондарына шылтыратырға мөмкин.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 17