Территориаль һайлау комиссияһы хәбәр итә
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2017 йылдың 18 июлендәге 3/3-6 һанлы Ҡарарына ярашлы, БР Ғафури районы муниципаль районының 1662, 1680, 1687, 1690, 1691, 1695, 1705-се участка һайлау комиссиялары составы резервына өҫтәмә рәүештә индереү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә.
Документтар БР Ғафури районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы тарафынан 2017 йылдың 21 июленән 10 авгусына тиклем эш көндәрендә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, ял көндәрендә 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453050, Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 (112-се бүлмә).
Документтарҙың өлгөләре Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында: www.cikrb.ru, "Участка комиссияларын булдырыу” бүлегендә урынлаштырылған.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 2-10-03, 2-18-67 телефондары буйынса алырға мөмкин.
Римма ЗВЕРЕВА,
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе

Байрамығыҙ менән!
21 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Һәр йылдағыса сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Бик кәрәкле был һөнәр эйәләре менән беҙ көн дә осрашабыҙ.
Һеҙҙең алсаҡ, сифатлы хеҙмәтләндереүегеҙҙән, кешеләргә яҡшы мөғәмәлә булыуығыҙҙан, кәрәкле тауарҙы тәҡдим итә белеүегеҙҙән һатып алыусыларҙың кәйефе күтәрелә, көндәлек мохтажлыҡтарын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге арта. Был мөһим өлкә хеҙмәткәрҙәренең райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшө лә ҙур.
Ысын күңелдән бар сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, халыҡты хеҙмәтләндереүҙә һөнәри оҫталыҡтарының йылдан-йыл артыуын, эштәрендә уңыштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы

Шатлыҡтарға түҙеп ҡара һин...
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә, бәләкәй бер ҡалала бара. Геройҙар ҙа күп түгел. Ғаиләлә улы Сәғит, килене Әнисә, уларҙың ҡыҙы Аида менән Нәфисә исемле ҡатын йәшәй.

Патриотлыҡ илде һөйөү генә түгел
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Патриотик рухта тәрбиәләү тигәндән, беҙ ғәҙәттә, илде, Ватанды һаҡлау, уны яратыу тиеберәк ҡабул иттек. Ошоноң менән ул хәрби рухта тәрбиәләү һымағыраҡ килеп сыға ине. "2016-2020 йылдарға Рәсәй граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү” яңы дәүләт программаһы ҡабул ителгәс, ошо йүнәлештә эште тағы ла киңерәк йәйелдереп, әүҙемерәк алып барырға кәрәклеге билдәләнде. Патриотик тәрбиә бик туҡталғаны ла юҡ, киреһенсә, Украиналағы хәлдәр, көнбайыштағы матбуғат сараларының тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙары беҙгә башҡараһы эштәр күп икәнен иҫкәртә.

Янғынды булдырмау хәйерлерәк
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

18 июлдә Рәсәй Дәүләт янғын күҙәтеүе органдары ойошторолоуға 90 йыл тула.  Бөгөнгө көндә Дәүләт янғын күҙәтеүе янғындарҙы булдырмауға һәм профилактикалауға, халыҡты, матди байлыҡтарҙы уттан һаҡлауҙың һөҙөмтәле сараларын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән ҡеүәтле  һәм емешле сис-тема булып тора.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17