Ил именлеге мөһимерәк
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

Владимир Путин менән Дональд Трамптың тәүге осрашыуы, АҠШ-тың КХДР-ға янауы, Ҡырғыҙстанда юғары вазифа өсөн көрәш башланыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Асыҡ тыңлау була
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

2017 йылдың 1 авгусында 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Ғафури районы МР Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәләләр буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия тарафынан Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йортта (204-се бүлмә) ҡабул ителә. Совет ҡарарҙары проекттары райондың рәсми сайтына  урынлаштырылған: http:// www.gafury.bashkortostan.ru/.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп
 уҙғарыу буйынса комиссия

Ҡаранйылғала ат сабышы
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

22 июлдә Ҡаранйылға ауылында Башҡортостандың 100 йыллығы һәм ауылдың барлыҡҡа килеүенең 270 йыллығына арнап ат фестивале уҙғарыла (6+).
Ошо ауыл уҙаманы, район Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәковтың инициативаһы менән ойош-
торола был байрам. Байрам Ҡаранйылға ауылының көнсығышында урынлашҡан Райман яланында уҙасаҡ. Бында ат сабышынан тыш төрлө халыҡ уйындары, спорт ярыштары, шул иҫәптән көрәш, ауырлыҡ күтәреп ярышыу, уҡтан атыу һәм башҡа ярыштар уҙғарыу ҡаралған. Ат сабышында ла, башҡа ярыштарҙа ла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Шуға ла район халҡын байрамда әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Ойоштороу комитеты.

Йәй һылыуҙары бәйгеһе
18 июля 2017 йыл | Йәмғиәт

19 июлдә район мәҙәниәт һарайында 13-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында "Йәй һылыуы - 2017” конкурсы үткәрелә (12+).
Бәйгелә ҡатнашыусылар визит карточкаһы, "интервью”, ижади һынау һәм дефиле (байрам күлдәгендә сығыу) һынауҙарында ярыша. Сара 11.00 сәғәттә башлана.

Юғары балл - ҙур стипендия
18 июля 2017 йыл | Мәғариф

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ҡабул итеү кампанияһы башланыуын хәбәр итеп, дөйөм белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы беҙҙең филиалға уҡырға инергә саҡыра.
Шул да мәғлүм булһын, 2017 йылдың 1 сентябренән БДИ һәм аттестат балдары юғары булғандар юғары стипендия аласаҡ. Бындай стипендияға Берҙәм дәүләт имтиханында 230 һәм унан күберәк балл йыйып, көндөҙгө уҡыу формаһына бакалавриат әҙерлеге йүнәлешенә бюджет урындарына уҡырға ингән студенттар, тағы ла мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре иҫәп тота ала. Уҡыу йылының беренсе семестрында уларҙың стипендияһы айына 6700 һумдан 11700 һумғаса тәшкил итә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 17