Динебеҙ тарихынан
31 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Һәжәр — Мысырлы, ҡол ҡатын, Сараның түлһеҙ осоронда хеҙмәтсе булып торған, Ибраһим пәйғәмбәргә Исмәғил улын табып биргән кәнизәк. Ибраһим менән Сараның улы Исхаҡ ҙурая башлағас, Сараның ризаһыҙлығы арҡаһында Һәжәрҙе улы Исмәғил менән Ибраһимдың йортонан ҡыуалар.
Һәжәр Ғәрәп ярымутрауы сүлендә ҡала. Улы Исмәғилдән ғәрәп халҡы тарала, уларҙы йә исмәғилиҙәр йә һәжәриҙәр тип атап та йөрөтәләр. Исмәғилдең әсәһе булараҡ, ғәрәп риүәйәттәрендә Һәжәргә күп урын бирелә.
Һәжәр хөрмәтенә 1909 йылда асылған астероидҡа уның исеме бирелгән.

Изге байрамыбыҙ менән!
31 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Әс-сәләмү-ғәләйкүм, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, райондаштар һәм район ҡунаҡтары!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләйем һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, тәнегеҙгә һаулыҡ, донъяғыҙға именлек, бәрәкәт теләйем. Быйыл Ҡорбан ғәйете Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән йома көнгә тура килде һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм  Хәҙисендә әйтелә: "Йома көн эшләнгән изге эш Аллаһ ҡаршыһында ун тапҡыр сауаплы була”. Аллаһы Тәғәлә һеҙ ҡылған бар изге сауаплы эштәрегеҙҙе ҡабул итеп, имандарығыҙҙың ҡеүәтен арттырһын.
Ғәйет намаҙы 1 сентябрҙә 08.15 сәғәттә, Ҡорбан салыу 09.30 сәғәттә башлана.
Рауил ИВАЕВ,
Красноусол мәсете имам-хатибы.

Һабайҙар һандуғастай һайрайҙар!
31 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Бер күрешеү үҙе бер ғүмер” - Һабай ауылында үткән ҙур концерттың темаһы тап ошолай аталды. Кемдәр килеп концерт ҡуйҙы икән?” - тип һораһағыҙ, яуабы ябай: ауылым таланттары! Эйе, эйе! Бер кем көтмәгәнсә бик матур концерт килеп сыҡты!

Бейей-йырлай “Мырҙаҡай”
31 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бейей-йырлай “Мырҙаҡай”Башҡорт халҡы борон-борондан йырға һәм музыка ҡоралдарында уйнауға ғына түгел, бейеүгә лә маһир булған. Тәүтормош замандарында уҡ барлыҡҡа килгән бейеүҙәрҙә халыҡ үҙенең көнкүрешен, хеҙмәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған. Башҡорттарҙың яңы бейеүҙәре лә боронғо бейеү традициялары нигеҙендә ижад ителә. Уларҙа халҡыбыҙҙың саялығы, ҡыйыулығы, шаянлығы, уңғанлығы ла сағыла. Төрлө уйындарға, ваҡиғаларға арналған, күмәкләшеп таҡмаҡ әйтеп бейегән бейеүҙәр бөгөн дә киң таралған. Рух күтәренкелеге хас бындай бейеүҙәр башҡорт халҡының сағыу ижад өлгөләре булып тора.

“Балаларға белем һәм тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу”
31 августа 2017 йыл | Мәғариф

“Балаларға белем һәм тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу”Бер нисә көндән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫабыҙ. Районда 6,5 мең (4441 уҡыусы һәм 2 меңдән ашыу мәктәпкәсә йәштәге) бала яңыртылған балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә киләсәк. 15 августа үҙ эшен тамамлаған белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү комиссияһы 25 учреждениены эшкә әҙер тип тапты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 22