Саф булһын һыуҙарыбыҙ!
01 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Саф булһын һыуҙарыбыҙ!
Саф булһын һыуҙарыбыҙ!
Саф булһын һыуҙарыбыҙ!Көн бер аҙ болотлап, ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан,  ҡунаҡсыл Табын ерендә уҙған "Һыу көнө”  байрамына райондың 10 мәҙәниәт йорто коллективтары, ауылдың йәше-ҡарты дәррәү килгәйне. Халыҡ фольклорына, йола-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп ойошторолған сара Экология йылына арналды.

Ҡормантауҙа байрам буласаҡ
01 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

19 августа Ҡормантау ауылының Ҡышлау урамындағы иркен аҡланда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк.
Ҡормантауҙа тыуып-үҫеп төрлө тарафҡа таралған барлыҡ ауылдаштарҙы, күрше ауылдар халҡын байрамға саҡырабыҙ. Байрам саралары иртәнге сәғәт 11-ҙә  башлана.
Ойоштороу комитеты.

Шәхси кабинет уңайлы
01 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында "Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” тигән уңайлы сервис бар.
Был сервис онлайн режимда мөлкәт объекттары тураһында мәғлүмәт һәм һалым уведомлениелары алырға һәм уларҙы баҫтырып сығарырға, инспекцияға барып тормай ғына электрон юл менән документ алмашырға, 3-НДФЛ формаһы буйынса декларацияларҙы камераль тикшереү статусын күҙәтә барырға мөмкинлек бирә.
Шәхси кабинетта теркәү картаһында күрһәтелгән логин һәм пароль ярҙамында теркәлергә була. Бындай картаны һеҙ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең теләгән инспекцияһында (йәшәү урынында ғына түгел) шәхсән килеп ала алаһығыҙ. Һалым органына мөрәжәғәт иткәндә шәхесте раҫлаусы документ алып килергә кәрәк.

Браконьерлыҡты иҫкәртеү маҡсатында
01 августа 2017 йыл | Хоҡуҡ

Браконьерлыҡты һәм ҡоралдың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатында, шулай уҡ 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хайуандар донъяһын һәм улар төйәк иткән мөхитте һаҡлау йәһәтенән республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Эске эштәр министрлығы менән берлектәге саралар планына ярашлы, 17 июлдән 31 декабргә тиклем
районда браконьерлыҡ факттарын асыҡлау  һәм  законһыҙ һаҡланған ҡоралды тартып алыу маҡсатында  профилактик саралар үткәрелә.
Операция барышында тәбиғәтте һаҡлау структуралары һәм һунарсылыҡ ойошмалары менән берлектә һыу биоресурстарын табыу һәм һатыу, һыуҙа йөҙөүсе, һаҙлыҡ-болон, баҫыу, дала һәм тау кейектәренә, ҡырағай хайуандарға һунар итеү, шулай уҡ ҡорал һәм уларға пат-рондар әйләнешендә ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән маҡсатлы оператив-профилактик саралар үткәреү планлаштырылған. Граждандарҙағы ҡорал әйләнешендә тейешле ҡағиҙәләрҙе боҙоу, һунар ваҡытында спиртлы эсемлектәр эсеү осраҡтарын, ҡоралға документтар, һунар итеүгә лицензия һәм путевкалар булыу-булмауын, ҡиммәтле һәм һирәк осрай торған балыҡтарҙы законһыҙ тотоп һатыусыларҙы асыҡлауға айы-рыуса ҙур иғтибар биреләсәк.
Айрат Мирхәйҙәров,
полиция полковнигы

Хеҙмәттәшлек килешеүе
01 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин эш сәфәре менән Таулы Алтай ҡалаһында булды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк һәм юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Алтай Республикаһының рәсми Интернет-порталы.
Республика хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Наталья Екееваның әйтеүе буйынса, Алтай Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең мәғариф, ғилми-практик проекттарын һәм программаларын әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу килешеү темаһы булып тора.
Үҙ сиратында, Рәмил Бәхтизин эшлекле аралашыуға һәм тығыҙ үҙ-ара эш алып барыуға әҙерлекте белдерҙе. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетына «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «терәк юғары уҡыу йорто» статусы бирелеүен билдәләне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2