Ҡотлайбыҙ!
04 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡорт эстрадаһының популяр йәш йырсыһы Радик Юлъяҡшинға "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеме бирелде.
Яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Халҡың күңелендә һин тереһең
04 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Халҡың күңелендә  һин тереһең
Халҡың күңелендә  һин тереһең2 августа район үҙәгенең Мәжит Ғафури исемендәге майҙанында шағир һәйкәле янында республиканың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ты-уыуына 137 йыл тулыу уңайынан тантаналы митинг үтте. Район мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған был сарала район хакимиәте башлығы Р.Бохаров, район Советы рәйесе З.Хафизов, төрлө ойошмалар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҡатнашты.

Баш табипҡа һорауың бармы?
04 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

10 августа Үҙәк район дауаханаһының баш табибы һәм Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарҙары берлектә  видео-селектор элемтәһе аша граждандарҙы ҡабул итә.
Ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн 9 авгусҡа тиклем 2-71-98 телефонына шылтыратырға йәки мөрәжәғәттең асылын аңлатыу өсөн баш табипҡа шәхсән килергә кәрәк.
Ҡабул итеү БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  2017 йылдың 27 июнендәге "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ведомствоһына ҡараған медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында” бойороғона ярашлы ойошторола.

Бушлай юридик ярҙам күрһәтелә
04 августа 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

9 августа Муниципаль район хакимиәте бинаһында (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт) иртәнге сәғәт 10-дән15.00 сәғәткә тиклем бушлай юридик ярҙам күрһәтеү (консультациялар, дәғүә ғаризалары яҙыу) буйынса граждандарҙы ҡабул итеү була
Ҡабул итеүҙе дәүләт юридик бюроһы юристконсульты О.М.Гнатюк уҙғара.

Асыҡ тыңлау була
04 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

2017 йылдың 11 авгусында 11.00 сәғәттә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының: Красноусол ауылындағы Фрунзе урамы, 50А һанлы, Каширин урамы, 28-се, Каширин урамы, 30/1-се, Луначарский урамы,
23-сө; Яңы Ҡарамыш ауылы, Болон урамы, 14-се йорт адрестары буйынса урынлашҡан ер участкаларының төҙөлөш өсөн рөхсәт ителгән иң сикке үлсәмдәренән тайпылырға рөхсәт биреү мәсьәләһе буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәләләр буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) ҡарар проекттарын әҙерләү буйынса комиссия тарафынан Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йортта (204-се бүлмә) ҡабул ителә. Совет ҡарарҙары проекттары райондың рәсми сайтына урынлаштырылған: http: //www.gafury.bashkortostan.ru.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3