Белем усағына хәүефһеҙ юлдан
08 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Бер нисә аҙнанан балалар шау-гөр килеп мәктәп ишеген асасаҡ.

Власть халыҡты онотмай
08 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Власть  халыҡты онотмайКүптән түгел Дәүләт Думаһы депутаты А. Н. Изотов Яңғыҙҡайын ауылында булып,  ошо тирәләге ауылдар халҡы менән осрашты.

Әҙерлек ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә
08 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Баҫыуҙарҙа тулҡынып ултырған игендәр өлгөрөп, ураҡҡа төшөр мәл  дә етте. Хәйер, үткән йылдарҙа был ваҡытҡа ужым культуралары уңышын йыйыу тамамлана торғайны. Ә быйыл тәбиғәт шарттары ураҡ эштәрен бер аҙға кисектерҙе.  Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Р.Р.Аҡбашев менән сираттағы әңгәмәбеҙ игенселәрҙең көсөргәнешле осорға - ураҡ эштәренә  әҙерлек торошо хаҡында.

Мырҙаҡайҙар – Өфөлә
08 августа 2017 йыл | ---

Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләп килгән оло кешеләрҙең "Мырҙаҡай” бейеү ансамбле "Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсының 2-се турына саҡырыу алған. Өр-яңы костюмдар тектереп, яңы бейеү өйрәнеп ентекле әҙерләнгән бейеүселәребеҙ баш ҡалабыҙ Өфөгә 23 августа юлланасаҡ.
Сағыу, халыҡсан бейеүҙәре менән республика тамашасыһы һөйөүен яулап өлгөргән ансамбль 1 октябрҙә Ололар көнөнә арналған Гала-концертта ла сығыш яһаясаҡ. "Мырҙаҡай”ҙарға уңышлы сығыштар теләргә генә ҡала.

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит
08 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

30 сентябргә тиклем райондың бөтә почта бүлексәләрендә лә "Йәнә мәктәпкә” акцияһы үтәсәк.
Акция  барышында  бөтә уҡыу кәрәк-яраҡтарын: ҡәләм-ручкалар, дәфтәр-альбом, көндәлектәр, рюкзактарҙы, беренсе класҡа барыусылар өсөн махсус йыйылманы  почта бүлексәләрендә һатып алыу мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ ололар һәм балалар өсөн төрлө  китаптар ҙа тәҡдим ителә.
Билдәле булыуынса, 1 июлдән "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы ла старт алды. Ғафуриҙар был акцияға әүҙем ҡушылып,  ауыр тормош хәлендә ҡалыусы ғаилә һәм балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә  тос ҡына өлөш индерҙеләр. Улар араһында мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алып  ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам бүлегенә тапшырған Афған ветерандары - Хәйруллиндар, Рәхмәтуллиндар, Исхаҡовтар  һәм  Кәримовтар ғаиләләрен айырым билдәләп үтергә була. Акцияла шулай уҡ  КПРФ вәкиле Ф. Арсланова һәм Красноусол ауылынан Бабиндар ғаиләһе лә әүҙем ҡатнашты. Улар башҡаларҙы ла был изге эштән ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.
 Мәктәп формаһы, яҙыу кәрәк-яраҡтары ғаилә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгендә ҡабул ителә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2