Район балһыҙ ҡалмаясаҡ
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Район балһыҙ ҡалмаясаҡРеспубликала Умартасылар көнө "Умартасылыҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы август айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла.

Уңған умартасы
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Уңған умартасыРайондың һәр ауылында тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр бар. Районда йүкә урмандарының ҡалын булыуы, башҡа бал биреүсе үҫемлектәрҙең күп булыуы ла быға этәргес булып тора. Айырыуса тау-урман, йылға буйҙарында урынлашҡан ауылдарҙа боронғо был шөғөлгә иғтибар ҙур. Районда Толпар, Ташбүкән, Ибраһим, Ҡотлоғужа, Ҡолҡан, Туғай, Ҡаранйылға, Сәйетбаба, Ташлы ауылдары халҡын ысын мәғәнәһендә умартасылар тип атарға мөмкин.

Байрамығыҙ ҡотло булһын!
11 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Хөрмәтле умартасылар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла бик боронғо шөғөл – Умартасылар көнө айҡанлы ҡотлайым. Район тәбиғәте умартасылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Бөгөн умартасылыҡ ғаилә бюджетын тулыландырыуҙың бер сараһы ла булып тора. Район умартасылары йылдың-йылы һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Әммә был сик түгел. Ғафури балының даны алыҫтарға таралһа ла, уны күберәк етештереү һәм ҡаптарға тултырып һатыу буйынса байтаҡ эштәр башҡараһы бар әле. Татлы бал етештереү әсе тир талап итә. Умартасы ул үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле булғанда ғына уңышҡа өлгәшә ала һәм быны һеҙ яҡшы аңлайһығыҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ауыр һәм мауыҡтырғыс эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Беҙ - сәләмәт тормош яҡлы
11 августа 2017 йыл | Мәғариф, Спорт

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Фирүзә Әбделмәнова һәм Юлыҡ ауылынан Фәнүр Дәүләтбаев инициативаһы менән ауыл хакимиәттәре араһында мини-футбол буйынса турнир үтте.

Көслө рухлылар байрамы
11 августа 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Көслө рухлылар байрамыӨфө нефть-техник университетының 1-се курсын тамамлаған Эдуард Өмөтбаев март айында Калугала полиатлон буйынса спорт мастеры исемен яҡлай. Уға тиклем Йошкар-Ола ҡалаһында уҡыу йортоноң данын яҡлап команда составында сығыш яһай. Июнь айында йәйге полиатлон төрөндә Калуга өлкәһендә Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, 2-се урынды ала.
Әлеге көндә йәш спортсы Могилев ҡалаһында үтәсәк Донъя
чемпионатына әҙерләнә. Бында ул университет исеменән ҡатнашасаҡ. 3 йыл инде үҙен юғары спорт бейеклектәренә әйҙәүсе тренеры Лиана Данис ҡыҙы Хәкимоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, ти Эдуард. Яҡташыбыҙға яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4