Сал тарихлы ауылым
15 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Сал тарихлы ауылымБынан 280 йыл элек, 1737-1738 йылдарҙа Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнән, бигерәк тә ер аҙ булғанлыҡтан һәм ҡаты крепостной иҙелеүҙән ҡасып, Волга-Урал буйҙарындағы башҡорт далаларына юл алалар. Хәҙерге Татарстандың Күкмәрә, Питрәс, шулай уҡ хәҙерге Ауырғазы районы биләмәһенән мишәр, типтәр, татар милләтенән торған 12 ғаилә хәҙерге Яугилде ауылына нигеҙ һалыусы кешеләрҙән ер алып, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярына килеп төпләнеп, буласаҡ Ҡормантау ауылына нигеҙ һалалар.

Төркиә менән Германия ярашырмы?
15 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Германияла һайлауға әҙерлек барышы, Иран парламентындағы үҙгәрештәр, КХДР-ҙың АҠШ-ҡа янауы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Йәмле йәйҙең бер көнөндә байрам үтте “Йәшлек”тә
15 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Үтеп барған йәмле йәйҙең бер көнөндә, йәғни уҙған шаршамбыла район үҙәгенең "Йәшлек” мәҙәни-ял паркында  "Йәйғорло йәй” тигән исем аҫтында күңелле байрам сараһы уҙҙы. Ул "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы төҙөкләндерелеп, күркәм төҫ алған "Йәшлек” паркын асыу маҡсатында ойошторолдо. Эш  көнө тамамланыуға парктан ағылған дәртле көй-моңдар һәр кемде – олоһон, кесеһен үҙенә саҡырып, шат ауаздарҙан яңғырап торҙо.  Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә
Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә
Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
15 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамай
Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайБыйылғы тәбиғәт шарттары тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙа игендәр өлгөрөп, игенсе өсөн
яуаплы мәл – ураҡ осоро етте. "Урожай” крәҫтиән  хужалығында ла тәүгеләрҙән булып урып йыйыу эштәренә тотондолар. Әлеге мәлдә өс "Дон-1500Б”, бер "Нива” комбайндары Ҡормантау ауылы янындағы ужым арышы биләгән баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу менән мәшғүл. Кисә, йәғни 14 августа ысыҡ уғата ныҡ булыу сәбәпле, башаҡтар бер сама елләгәс, баҫыу батырҙары эшкә төш ваҡытында ғына тотона алды. Артабан уларҙы Березовка ауылы эргәһендәге арыш баҫыуҙары көтә.

Асыҡ тыңлау үтте
15 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

2017 йылдың 11 авгусында муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының: Красноусол ауылындағы Фрунзе урамы, 50 А һанлы, Каширин урамы 28-се, Каширин урамы 30/1-се, Луначарский урамы 23-сө, Яңы Ҡарамыш ауылы, Болон урамы 14-се йорт адрестары буйынса урынлашҡан ер участкаларының төҙөлөш өсөн рөхсәт ителгән иң сикке үлсәмдәренән тайпылырға рөхсәт биреү мәсьәләһе буйынса асыҡ тыңлау булып үтте.
Асыҡ тыңлауҙа 17 кеше ҡатнашты. Асыҡ тыңлауҙа БР Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең ҡарар проекты хупланды һәм раҫларға тәҡдим ителде.
Асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу
буйынса комиссия.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2