Пар күгәрсендәй гөрләшәләр
18 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Пар күгәрсендәй гөрләшәләр…-Ташлы ауылында эшләгән әхирәтем янына барырға йыйынғанымда, "контора янынан машина эшселәрҙе тейәп шунда юллана хәҙер, йүгерә һал, бәлки өлгөрөрһөң” тигәс, йәһәтләп барып еттем. Кем Ташлыға бара, мине лә алмаҫһығыҙмы, тим. Бына Минниғәле ҡайта инде,- тип майға ҡатып бөткән бер егетте күрһәттеләр. Кабинаға ултырҙым. Юлда шып-шым киләбеҙ, тегене-быны һорап һүҙ ҡушып ҡарайым да, егет ауыҙына һыу ҡапҡан кеүек, "эйе”,”юҡ” тип яуаплауҙан уҙмай. Бөтәһе лә ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Миңниғәлеләре ошо микән ни, ике һүҙ ялғап һөйләшә лә белмәй, уға кем ҡараһын инде, тип уйлап ҡуйҙым. Шунда Хоҙай Тәғәлә " тороп тор әле, балаҡай, бөтә ғүмерең ошо егет менән үтер,” тигәндер, күрәһең. Аллаға шөкөр, бик һәйбәт, изге күңелле кеше булды, бер- беребеҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәтләп 50 йыл йәшәнек. Биш көндәй ҙә тойолманы…

Беренселәр – музейҙа
18 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Бына тағы Ҡаранйылға ауылы балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора, малай һәм ҡыҙҙарҙың кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре көләс. Был Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейына экскурсияға килгән балаларҙың ауаздары яңғырай. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ – Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары.

Яугирҙар осрашыуы
18 августа 2017 йыл | Хаттар

9 – 13 августа Ырымбур өлкәһенең Боҙолоҡ ҡалаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың IX слеты һәм "Сәләм, Бача!” хәрби-патриотик йыр фестивале үтте. Уға элекке Советтар Союзынан 5 меңдән ашыу кеше килгәйне.

Сал тарихлы ауылым
18 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Хеҙмәт алдынғылары
Район кимәлендә танылыу алған башҡа механизаторҙарыбыҙ ҙа бихисап. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Мәғәсүм Халиҡов, "Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булған Зөфәр Вәлиев күп тапҡырҙар район комбайнсылары араһында еңеүсе булды. Заманында йәш һабансылар араһында Ғаяз Вәлиев менән Шәүкәт Камалетдинов та призлы урындарҙы яуланы. Сәфиулла Әхмәҙуллин, Әхәт Суфиянов, Наил Суфиянов, Малик Суфиянов, Фаил  Исламов, Фәрүәт Исламғолов, Рәхим Хәлилов һәм башҡа механизаторҙарҙың эштәре лә башҡаларға өлгө булып торҙо. Ҡырҡ  йылға яҡын бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы, гараж мөдире булған Ғәле Ғиззәтуллин техниканы һәр саҡ төҙөк тоторға тырышты. Төрлө йылдарҙа тимерсе булып эшләгән Зөфәр Ғибаҙуллин, Ғәлим Әхмәтйәновтың хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ.

Инженерҙар инженеры
18 августа 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

[/thumb]Инженерҙар инженерыҮтәк ауылы илебеҙгә бик күп шәхестәр биргән. Заманында ошо ауылда мәҙрәсә тотоп, тирә-яҡ ауылдар халҡын белем әйҙәргә эстәгән Хәбибназар Һатлыҡов, БАССР Хөкүмәтенең элекке рәйесе Насир Уразбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов һәм башҡа бик күп шәхестәр йәмле Егән буйындағы Үтәк ауылында тыуып-үҫкән. Шулар араһында бар ғүмерен ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә бағышлаған һоҡланғыс шәхес, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Рауил Мәхмүтов та (һүрәттә) бар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3