Һағындыра икән үткәндәр
22 августа 2017 йыл | Хаттар

Йылдар уҙған һайын үткәндәр, эш башлаған осор, бергә эшләгән хеҙмәттәштәр, һәүәҫкәр артистар менән спектаклдәр әҙерләгән мәлдәр йыш-йыш иҫкә төшөп, шул ваҡыттағы ваҡиғалар экрандағы кинокадрҙар һымаҡ бер-бер артлы күҙ алдынан уҙа. Хәтирәләремде гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашып, район халыҡ театры сәхнәһендә береһенән-береһе сағыуыраҡ образдар тыуҙырып, арабыҙҙан иртәрәк киткән тәүге һәүәҫкәр артистарҙы иҫкә алып үтмәксемен.

Рәхмәт, мәктәбем!
22 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Рәхмәт, мәктәбем!Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа,
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген,
Үрелеп асҡан көнөм…

Алдынғы игенсе
22 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Алдынғы игенсе"Урожай” крәҫтиән хужалығының алдынғы механизаторы Рәшит Ришат улы Яҡуповты районда белмәгән кеше һирәктер. Ҡыш көнө тракторҙа, йәй көнө комбайн штурвалы артына ултырған иген үҫтереүсе күп тапҡырҙар район хакимиәте, район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ Рәшит Яҡупов райондың почетлы гражданы исеменә лә эйә. Бынан 17 йыл элек һатып алынған "Дон” комбайнында эшләү осоронда ул гел алдынғылар рәтендә булды. Хеҙмәт урынында ғына түгел, тормошта ла бынамын тигән ғаилә башлығы ул. Тормош иптәше Айһылыу  менән 2 ул, 4 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Яҡуповтар Бурлы ауылының ғорурлығы булып торалар.

Кеше булып ҡалайыҡ...
22 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Ваҡыт үтә... Иҫке йыл артынан яңыһы килә. Ваҡыт ағымы менән бергә замана ла үҙгәрә. Ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләрҙең йәшәү рәүеше, йәмғиәттә тотҡан урыны, уй- фекерҙәре лә үҙгәреш кисерә.

Айлыҡ иғлан ителде
22 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы өлкәһендә саралар планына ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын һәм һыу объекттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 15 августан 15 сентябргә тиклем хәүефһеҙлек айлығы уҙғарыла.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2