Яугирҙар осрашыуы
18 августа 2017 йыл | Хаттар

9 – 13 августа Ырымбур өлкәһенең Боҙолоҡ ҡалаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың IX слеты һәм "Сәләм, Бача!” хәрби-патриотик йыр фестивале үтте. Уға элекке Советтар Союзынан 5 меңдән ашыу кеше килгәйне.

Сал тарихлы ауылым
18 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Хеҙмәт алдынғылары
Район кимәлендә танылыу алған башҡа механизаторҙарыбыҙ ҙа бихисап. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Мәғәсүм Халиҡов, "Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булған Зөфәр Вәлиев күп тапҡырҙар район комбайнсылары араһында еңеүсе булды. Заманында йәш һабансылар араһында Ғаяз Вәлиев менән Шәүкәт Камалетдинов та призлы урындарҙы яуланы. Сәфиулла Әхмәҙуллин, Әхәт Суфиянов, Наил Суфиянов, Малик Суфиянов, Фаил  Исламов, Фәрүәт Исламғолов, Рәхим Хәлилов һәм башҡа механизаторҙарҙың эштәре лә башҡаларға өлгө булып торҙо. Ҡырҡ  йылға яҡын бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы, гараж мөдире булған Ғәле Ғиззәтуллин техниканы һәр саҡ төҙөк тоторға тырышты. Төрлө йылдарҙа тимерсе булып эшләгән Зөфәр Ғибаҙуллин, Ғәлим Әхмәтйәновтың хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ.

Инженерҙар инженеры
18 августа 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

[/thumb]Инженерҙар инженерыҮтәк ауылы илебеҙгә бик күп шәхестәр биргән. Заманында ошо ауылда мәҙрәсә тотоп, тирә-яҡ ауылдар халҡын белем әйҙәргә эстәгән Хәбибназар Һатлыҡов, БАССР Хөкүмәтенең элекке рәйесе Насир Уразбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтов һәм башҡа бик күп шәхестәр йәмле Егән буйындағы Үтәк ауылында тыуып-үҫкән. Шулар араһында бар ғүмерен ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә бағышлаған һоҡланғыс шәхес, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Рауил Мәхмүтов та (һүрәттә) бар.

Хеҙмәт ветераны
18 августа 2017 йыл | Хаттар

Хеҙмәт ветераныСәйетбаба ауы-лында хеҙмәткә бағышланған тормошо менән башҡаларға өлгө булырҙай кешеләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Миңнеәхмәт Рахманғолов (һүрәттә) 1944 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Уға атай икмәге ашап үҫергә тура килмәй – бәләкәйҙән үҙе колхоз эшенә егелә. Мал йәнле булғанғалыр, фермаға эшкә бара һәм армияға тиклем башмаҡтар ҡарай. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Әлшәй районының Шафран ауылында ветеринар һөнәренә уҡый. 1968 йылдың көҙөндә ул эш башлауға малдарҙа бешмә (ящур) сире тарала. Уға ҡаршы бик күп көс һалырға тура килә йәш белгескә. 10 йыл ветеринар булып эшләгән дәүерендә ауыл халҡының малын яҡшы ҡарай, ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә Миңнеәхмәт ағай. 1971 йылда уны Коммунистар партияһы сафына алалар. "Йондоҙ” колхозының һыйыр фермаһында быҙауҙар ҡарай, һыйыр ҙа һауа, бер нисә йыл етәксе вазифаһын да башҡара. 2003 йылда хаҡлы ялға сыға хеҙмәт ветераны. "Оло йәштә булһам да, һаман мал аҫрайым, бер нәмәгә зарланмай донъя көтәм. Әлеге тормош элекке һымаҡ түгел – өйөмә газ үткән, һыуым да ишек алдында ғына. Йәштәргә хеҙмәт яратып, ҡура тултырып мал аҫрап етеш йәшәргә бар мөмкинлектәр ҙә бар хәҙер. Ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк”, - ти Миңнеәхмәт ағай.
Көмөшбикә РАХМАНҒОЛОВА.
Сәйетбаба ауылы.

Табип ҡабул итеүенә... скайп аша
18 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Табип ҡабул итеүенә... скайп ашаБР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2017 йылдың 27 июнендәге "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында”ғы 1551-Д һанлы бойороғон бойомға ашырыу йәһәтенән 10 августа үҙәк район дауаханаһында баш табип Алик Рәмил улы Йәнешевтың БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Гөлнара Фаат ҡыҙы Зиннурова менән берлектәге граждандарҙы ҡабул итеүе ойошторолдо. Уларға үҙәк район дауаханаһы баш табибының халыҡты медицина күҙәтеүе бу-йынса урынбаҫары Ирек Зиннур улы Фәйзуллин һәм поликлиника мөдире Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы Ҡужина ярҙам итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 22