Ветеринар хеҙмәте – һәр ваҡыт хөрмәтле
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Ветеринар хеҙмәте –  һәр ваҡыт хөрмәтлеВетеринар һөнәре бик борондан барлыҡҡа килгән. Улар тураһында Боронғо Рус ваҡытында уҡ яҙып ҡалдырылған. Новгородта табылған яҙма китаптарҙа  XV быуатта булған һөнәрҙәр исемлегендә улар "ат табиптары”, "ҡан алыу-сылар” һ.б. тип телгә алына.

Байрамығыҙ менән!
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм ошо тармаҡ ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Быйыл
130 йыллыҡ тарихы булған Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө рәсми рәүештә дүртенсе тапҡыр билдәләнә. Был тармаҡта мал-тыуар яратҡан, үҙ эштәрен төплө белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Районыбыҙҙың нигеҙҙә мал бағып донъя көткән ауыл халҡы тап ветеринария хеҙмәтенә мохтаж. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре малдар араһында йоғошло сирҙәрҙе булдырмау йәһәтенән арымай-талмай эшләй, үҙ ваҡытында профилактик саралар уҙғара.
Киләсәктә лә яуаплылыҡ талап иткән эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Һөнәренә тоғролар тупланған бында
31 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Һөнәренә тоғролар  тупланған бындаСентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә көнкүре-шебеҙгә ҙур уңайлыҡтар булдырыусы Нефть һәм газ сәнәғәте, шулай уҡ районыбыҙҙың газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан "Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ҡалаһы буйынса Красноусол участкаһының йорт эсендәге газ ҡоролмалары инженеры Риф Рауил улы ФӘТҠУЛЛИН эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтте.  Һүҙ – уға:

Күтәренке кәйеф һеҙгә!
31 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙҙең һөнәр яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә. Районда газ селтәре киңәйә бара, газ ҡулланыусылар ишәйә. Ошоға ярашлы һеҙгә йөкмәтелгән бурыстар ҙа арта бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеҙ үҙегеҙҙең бурыстарығыҙҙы намыҫ менән башҡарып киләһегеҙ. Торлаҡ йорттарҙың, социаль объекттарҙың һәм башҡа учреждениеларҙың йылы, уңайлы булыуы күп йәһәттән һеҙҙең эшмәкәрлеккә бәйле. Әммә алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора – газ үткәргестәр һуҙылған ауылдарҙа ҡулланыусылар һанын арттырырға тейешбеҙ.
Артабан да район һәм республика халҡына арымай-талмай хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Белем юлы нурланып торһон!
31 августа 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Белем юлы нурланып торһон!Хөрмәтле уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр!
Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы ихлас ҡотлайым! Тап ошо көндә илебеҙҙә меңәрләгән бала парта артына ултыра, улар өсөн белем иленә сәйәхәт башлана. Фән һәм заман технологиялары алға барған мәлдә мәғариф өлкәһендә лә инновацион программалар, проекттар тормошҡа ашырыла, мөғәллимдәр алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуйыла. Райондың социаль-иҡтисади үҫе-шендә лә белем биреү системаһы – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Быйыл район мәктәптәре ишектәрен 4441 бала асып инәсәк. Һәр бала төплө белем алһын өсөн уларҙа бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
 Бар йәмғиәт өсөн иң иҫтәлекле, иң матур Белем көнөндә тәүге ҡыңғырау сыңы уҡыусыларҙы серле ғилем иленә саҡыра, бик күп башланғыстарға юл яра. Уҡыусыларҙың белем тауҙарына ышаныслы үрләүҙәрен, ныҡышмал, көслө рухлы булыуҙарын, бәхет-шатлыҡтарға тулы уңышлы уҡыу йылы теләйем. Донъялар һәр саҡ имен, күгебеҙ аяҙ, белем донъяһына илткән юлдар нурлы булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 22