Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
29 августа 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Төҙөлөш тармағын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергәндәре өсөн:

Һайлау участкаһын күсереү тураһында
29 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

"Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында" 2002 йылдың 12 июнендәге 67-се Федераль закондың 19-сы статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы менән килешеп, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Сәйетбаба ауылы, Ә.Вахитов урамы, 31-се йорт (Сәйетбаба урта мәктәбе бинаһы) адресы буйынса урынлашҡан 1690-сы һайлау участкаһының өҫтәмә һайлау үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһе Советының 6-сы бер мандатлы һайлау округынан алыҫ урынлашыуы сәбәпле, ҡарар итәм:
1. 2017 йылдың сентябрендә БР Ғафури ра-йоны муниципаль районының Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә һайлау үткәреү осорона 1690-сы һайлау участкаһын Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы, Ҡаранйылға ауылы, Ж.Кейекбаев урамы, 25-се йортта урынлашҡан, телефоны: 8(34740) 2-51-11
һайлау участкаһына күсерергә.
2. Был ҡарарҙы "Звезда” һәм "Табын” район
гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға, Ғафури районының рәсми сайтына урынлаштырырға.
3. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы үҙ өҫтөмә алам.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

"Толпар" фестивале үтте 
29 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

"Толпар" фестивале үтте Ҡанатлы ат Толпар ҡунаҡсыл Ейәнсура районында инде дүртенсе тапҡыр үткән ошо исемле балалар-үҫмерҙәр кинофестиваленең символына әйләнде. Кинофестивалдең йомғаҡлау саралары һәм бүләкләү тантанаһы Иҫәнғол ауылында 28-29 августа үтте.
"Толпар” фестивале конкурсына "Документаль фильм”, "Мультипликация/Анимация фильмы”, "Социаль ролик”, "Музыкаль клип”, "Репортаж”, "Идеялар питчингы” номинацияларына 70-ләп эш тәҡдим ителгән. "Иң яҡшы режиссер”, "Иң яҡшы сценарий”, "Иң яҡшы оператор”, "Иң яҡшы ирҙәр роле”, "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, "Иң яҡшы монтаж” кеүек шәхси номинацияларҙа еңеүселәр ҙә билдәләнә. Фестиваль Экология йылына арналғанлыҡтан, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үҙ номинацияһын булдырҙы.
Быйылғы фестивалдең асыҡ конкурс статусына эйә булыуы ҡатнашыусылар географияһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Конурсҡа Архангельскийҙан алып Хабаровскийға тиклем, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән йәш ижадсылар үҙ эштәрен ебәргән.
"Толпар” фестиваленең бурысы - балалар, йәштәр телестудияларының, киноһәүәҫкәрҙәр берекмәләренең һәм профессионалдарҙың ижади аралашыуы өсөн мөхит, балалар һәм йәштәрҙең ижади булмышын асыу өсөн майҙансыҡ булдырыу.
"Толпар” фестивален Ейәнсура районы МР хакимиәте менән "Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән ойошторҙо. 

Һәйкәл - олатайҙарға, спорт майҙансығы - ейәндәргә
29 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

«Юлыҡ» урындағы территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) «Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу» йүнәлеше буйынса БР Президенты гранты конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булды. Һәм «Һәйкәл – олатайҙарға, спорт майҙансығы – ейәндәргә» проекты сиктәрендә 500 мең һум күләмендә грант алыуға өлгәште.
Проекттың маҡсаты - ауылдағы Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә, һуғыштан ҡайтып үлгәндәрҙе лә индереп, яңыртып обелиск төҙөү, паркты кәртәләү һәм йәштәр өсөн спорт майҙансығы булдырыу.

Шәхси күргәҙмә асылды
29 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Район мәҙәниәт һарайында Үтәк ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам Фәнүзә Ғөбәйҙуллинаның шәхси күргәҙмәһе асылды.
Автор һүрәттәрендә тыуған яҡ тәбиғәтен сағылдыра, натюрморттар ҙа бар.  Күргәҙмә мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында урынлашҡан. Һүрәттәрҙе  сентябрь аҙаҡтарына тиклем килеп күрергә мөмкин. Рәхим итегеҙ!

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 22