Йәштәр форумы
22 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостанда «Урал мираҫы» милләт-ара йәштәр мәғариф форумы үтте. Уҙған көндәрҙә Иглин районында уны тантаналы рәүештә асыу булды.
«Форумдың милләт-ара статусын алыуына шатмын. Ҡатнашыусылар өсөн был теләһә ҡайһы уңышлы кеше өсөн кәрәкле ҙур белем һәм оҫталыҡ алыу мөмкинлеге», — тип билдәләне форумды ойоштороусы Даян Солтанғужин.
Сара сиктәрендә лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, команда эшен булдырыуға тренингтар, социаль проектлау буйынса дәрестәр, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән осрашыуҙар, спорт һәм күңел асыу саралары уҙҙы. Ҡатнашыусылар үҙ командаларында милләт-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, туризм өлкәһендә ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләне.
Башҡорт тирмәһе менән бер рәттән ҡатнашыусылар өсөн урыҫ, татар, сыуаш, мари, белорус һәм башҡа мәҙәниәттәр сатырҙары асылғайны. Уларҙа ошо халыҡтарҙың матди мәҙәниәте менән танышырға ғына түгел, милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә лә мөмкин булды. Шулай уҡ аттарҙа йөрөү һәм уҡтан атыу мөмкинлеге булды. Концерт программаһында Айназ Низаметдинов, «Ҡурайсы» төркөмө менән Роберт Юлдашев һәм «Guzal-dance» бейеү коллективы сығыш яһаны.

Уңыш ҡәнәғәтләнерлек
22 августа 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Баҫыуҙарҙа урып йыйыу эштәре ҡыҙыу төҫ алды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов "уңыш  быйыл  һәйбәт һәм уны йыйыу өсөн һауа торошо ла яҡшы тора”,  тип билдәләне. Әлеге көндә  уртаса  гектар ҡеүәте буйынса республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары алда килә.
20 авгусҡа иген һаҡлағыстарға 550 мең тоннанан ашыу яңы уңыш игене һалынған.

Ғафуриҙар – Бал байрамында
22 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

16 августа Өфө ҡалаһында "Аҡбуҙат” ипподромында умартасылар араһында беренсе Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Унда илебеҙҙең 21 төбәгенән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар булды.
Конкурста Сәйетбаба мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Урал Мәүлембирҙин (етәксеһе Илһам Байбулдин) теоретик һәм практик яҡтан да әҙерлекле булыуын күрһәтә алды. Байрамда тирмә ҡороп, башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары менән таныштырыу, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгенә йөкмәтелде. "Асанай” фольклор коллективының (етәксеһе Гәүһәр Байбулдина) сығышы, "Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбленең (етәксеһе Айгөл Буранова) "Солоҡсолар” бейеүе байрамдың сағыу бер биҙәге булды. Яңы Бурлы ауылы уңғандары Эльза һәм Риф Мырҙағоловтарҙың тәмле ҡымыҙын да маҡтап туя алманы ҡунаҡтар.
Ғафури оҫталары был юлы ла һынатманы, ил кимәлендәге сарала районыбыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла лайыҡлы күрһәтте.

Пар күгәрсендәй гөрләшәләр
18 августа 2017 йыл | Йәмғиәт

Пар күгәрсендәй гөрләшәләр…-Ташлы ауылында эшләгән әхирәтем янына барырға йыйынғанымда, "контора янынан машина эшселәрҙе тейәп шунда юллана хәҙер, йүгерә һал, бәлки өлгөрөрһөң” тигәс, йәһәтләп барып еттем. Кем Ташлыға бара, мине лә алмаҫһығыҙмы, тим. Бына Минниғәле ҡайта инде,- тип майға ҡатып бөткән бер егетте күрһәттеләр. Кабинаға ултырҙым. Юлда шып-шым киләбеҙ, тегене-быны һорап һүҙ ҡушып ҡарайым да, егет ауыҙына һыу ҡапҡан кеүек, "эйе”,”юҡ” тип яуаплауҙан уҙмай. Бөтәһе лә ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Миңниғәлеләре ошо микән ни, ике һүҙ ялғап һөйләшә лә белмәй, уға кем ҡараһын инде, тип уйлап ҡуйҙым. Шунда Хоҙай Тәғәлә " тороп тор әле, балаҡай, бөтә ғүмерең ошо егет менән үтер,” тигәндер, күрәһең. Аллаға шөкөр, бик һәйбәт, изге күңелле кеше булды, бер- беребеҙҙе ҡәҙерләп, хөрмәтләп 50 йыл йәшәнек. Биш көндәй ҙә тойолманы…

Беренселәр – музейҙа
18 августа 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Бына тағы Ҡаранйылға ауылы балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора, малай һәм ҡыҙҙарҙың кәйефтәре күтәренке, йөҙҙәре көләс. Был Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейына экскурсияға килгән балаларҙың ауаздары яңғырай. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ – Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең беренсе класс уҡыусылары.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 22