Түр биҙәй ил инәһе
29 сентября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
 Түр биҙәй ил инәһе
 
Нурия Сәғиҙулла ҡыҙы Исламғолова Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫә һәм бөгөн дә ошонда йәшәй. Ул быйыл августа 92 йәшен билдәләгән. Бар ғүмере еңел булмаған хеҙмәттә үтеп, йылдар битенә һырҙар һалһа ла, бер ҙә төҫ ташламаған, бер быуатҡа тиң йәште биреп тә булмағандай әле үҙенә.

Театрҙың алтын бағанаһы
29 сентября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Миҙгел асыу
Алтын көҙҙөң сағыу тама-шаһы – театр миҙгелен асыуҙы сәнғәт һөйөүселәр быйыл да түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Күркәм сара 40 йылдан ашыу Ғафури халыҡ театрының сағыу йондоҙо булған Әнүәр Ғәзизовты 70 йәшлек юбилейы менән тәбрикләүҙән башланды.
Театрҙың алтын бағанаһы
Театрҙың алтын бағанаһы

Лицензияһыҙ алкоголь һатыу кеҫәгә ныҡлы һуға
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Легаль булмаған алкоголь темаһы йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары өсөн дә бик актуаль булып тора. Күптән түгел район хакимиәтендә үткән йәмәғәт туҡланыуы эшҡыуарлығында алкоголь продукцияһын һатыу, лицензия талаптары буйынса кәңәшмә "түңәрәк өҫтәл” артында барҙы. БР Дәүләт контроленең сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Елена Паничева,  БР Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү Федераль хеҙмәте Идаралығының территориаль бүлеге баш белгес-эксперты Фәнүз Карюков, район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Сергей Попов һәм участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы Илшат Кинйәбулатов, район үҙәге сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы нөктәләре тотоусы эшҡыуарҙар  ҡатнашлығында уҙған сараны район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге (начальнигы - Ирина Небогатова) ойошторҙо.
Лицензияһыҙ алкоголь һатыу кеҫәгә ныҡлы һуға
 

Өләсәйем – терәгем
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

 Өләсәйем – терәгем
Донъялағы иң ҡәҙерле кеше лә, яҡын дуҫ та, иң яҡшы кәңәшсе лә ул өләсәй. Ул беҙҙе ошо йәмле донъяны яратырға өйрәтә, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға өндәй, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Өләсәй өйөбөҙгә нур сәсә, йылылыҡ, матурлыҡ өҫтәй.

Беҙ әле лә сафта
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Ветерандар советында
 Красноусолда район хакимиәте эргәһендәге ветерандар эше буйынса координацион советтың сираттағы ултырышы үтте
 
Йыл һайын уҙғарылып килгән ултырыш эшендә координацион совет, район ветерандар советы президиумы ағзалары, беренсел ветеран ойошмалары рәйестәре, ветерандар менән эшләүсе учреждение-лар етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибенә 5 мәсьәлә ҡуйылғайны. Тәүгеһе буйынса Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәре Елена Хренова сығыш яһап, пенсияға өҫтәмәләр тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Красноусол үҙәк дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы медицина хеҙмәтләндереүе һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә туҡталды. Йыл һуҙымында башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, профилактиканың мөһим сараһы – диспансер-лаштырыуҙың инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм һуғыш ветерандарының тол ҡатындары һәм башҡа категорияға ҡараған хаҡлы ялдағылар өсөн тамамланыу өҫтөндә булыуын әйтте, табипҡа яҙылыуҙың яңы ысулдарын (телефон һәм Интернет аша) ҡулланырға саҡырҙы.
Беҙ әле лә сафта
Беҙ әле лә сафта
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20