Эшмәкәрлеге “бишле”гә баһаланды
05 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Уполномоченныйҙар институты эшмәкәрлегенә РФ Президенты Владимир Путин юғары баһа бирҙе.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса РФ Президенты эргәһендәге Уполномоченный Борис Титов менән осрашыуы барышында Владимир Путин: "Һеҙ үҙегеҙҙең ярҙамсыларығыҙ менән был институтты, был системаны булдырыуға өлгәштегеҙ. Бөгөн эшҡыуарҙар осраған ҡаршылыҡтарҙы һеҙ күтәреп сығаһығыҙ һәм һеҙҙең хеҙмәттең кәрәкле булыуын иҫбат иттегеҙ”, - тине һәм уны тағы ла бер мөҙҙәткә ошо вазифала ҡалдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда ла Уполномоченныйҙар институтының мөһимлеген билдәләп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 2017 йылдың апрель айында Р. Ғибаҙуллин кандидатураһын тағы ла биш йылға вазифаһында ҡалдырыу буйынса БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим итте һәм депутаттар уны бер тауыштан хупланы.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, илебеҙҙә эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Уполномоченный вазифаһы тәү башлап 2012 йылда Башҡортостанда булдырылған ине. Республиканың тәүге бизнес-омбудсмены булып Р.В.Ғибаҙуллин һайланды. ”Рәсәй Федерацияһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченный тураһында” федераль закон ҡабул иткәндә республикабыҙҙың был тәңгәлдәге тәжрибәһе киң ҡулланылды. Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса РФ Президенты эргәһендәге Уполномоченный Борис Титов был вазифаға 2012 йылдың июнь айында тәғәйенләнгән ине.

Бәлиғ булмағандар имгәнде
05 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ, Һаулыҡ һаҡлау

31 августа иртәнге 05.00 сәғәттә райондың бер ауылында К.И. "ВАЗ-11113” автомашинаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәйенсә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҡаршыға килгән "Восход-3М” мотоциклын бәрҙерә.
Һөҙөмтәлә мотоцикл-да китеп барған 2002 йылғы Ф. һәм 2001 йылғы А. төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелә. Ошоноң менән бәйле ата-әсәләрҙе балаларын таныҡлыҡһыҙ мотоцикл, мопед һәм башҡа транспорт сараһына ултыртмауҙарын һорайбыҙ. Шулай уҡ төндә балаларығыҙҙың ҡайҙа йөрөүен дә контролгә алһағыҙ ине. Уларҙың һаулығы һеҙҙән тороуын онотмаһағыҙ ине.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция өлкән лейтенанты.

Сәскәләрем-гөлдәрем, йәшлек хәтирәләрем
05 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Сәскәләрем-гөлдәрем, йәшлек хәтирәләремНәфис, наҙлы, хуш еҫле, күҙҙең яуын алып ултырған аллы-гөллө сәскәләр… Кемдәр генә уларға ғашиҡ булмаған, шағирҙар шиғыр ижад иткән, уларҙы данлап күпме йыр яҙылған. Тормошобоҙҙы, тәбиғәтте, донъябыҙҙы йәмләп бөтә ерҙә нур сәсә сәскәләр.

Изге байрам көнөндә сауаплы ғәмәлдәр ҡылынды
05 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Изге байрам көнөндә  сауаплы ғәмәлдәр ҡылындыМосолман донъяһындағы иң изге, сауаплы, иң оло байрамдарҙан Ҡорбан байрамы һанала.  Мөмкинлектәре лә, теләктәре лә булғандар әле  Исламдың изге урындарында хаж сәфәрендә йөрөй. Ә башҡаларҙың ғибәҙәт урыны – мәсет.

Ҡорбан ғәйете күңелдәрҙе күтәрҙе
05 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Бына тағы ла мосолмандарҙың көтөп алған байрамы – Ҡорбан ғәйете байрам ителде. Быйыл байрамдың 1 сентябргә, шулай уҡ йома көнгә тура килеүе бигерәк тә мәртәбәле булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3