Туған телдәрҙе уҡытыу – ата-әсә ризалығы менән
12 сентября 2017 йыл | Мәғариф, Хоҡуҡ

Туған телдәрҙе уҡытыу –  ата-әсә ризалығы менәнМәктәптәрҙә Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү индерелергә мөмкин булып, граждандар Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбендәге туған телде өйрәнергә хоҡуғы бар ("Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль закондың 14-се статьяһы).

Матур ғаилә – ил күрке
12 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Матур ғаилә – ил күркеКем нисек уйлайҙыр, ә минеңсә, бик ҡыҙыҡлы заманда йәшәйбеҙ. Уйлап ҡараһаң, тормошта матур итеп йәшәү өсөн әллә күпме мөмкинлектәр бар. Ҡыҙыҡһыныусанлығыңды бергә ҡушып, аҡылыңды эшкә егеп, белем-зиһенеңде арттыр ҙа шуларҙы файҙалан ғына.

Йәшлегемдең матур, иң шаян саҡтары
12 сентября 2017 йыл | Хаттар

Йәшлегемдең матур, иң шаян саҡтарыБына бик һағынып көткән шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа осрашыу көнө етте. Ошо мәлдә бергә уҡыған һабаҡташтарыбыҙ шатлыҡлы ла, борсолоулы ла уйҙар кисерә. Борсолоулы, тим, сөнки ике  кластан 7 класташыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ икән.  Бына улар: Рафаэль Исхаҡов, Радик Таһиров, Рәмил Йосопов, Вәдүт Рәхмәтуллин, Әлфиә Мостафина, Фирҙәүес Сатлыҡова, Миңлегөл Мөхәмәтйәрова (Рафаэль Мөхитовтың яҙмышын белмәйбеҙ). Яҡты донъянан киткән класташтарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ.

Биләмәне лә таҙарттыҡ, рәхәтләнеп ял да иттек
12 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Биләмәне лә таҙарттыҡ, рәхәтләнеп ял да иттекБелеүебеҙсә, һәр кем йәй көндәрен үҙенсәлекле, күңелле үткәрергә теләй. Ялдарын диңгеҙ буйында үткәреүселәрҙән үҙебеҙҙең йылға буйҙарында ял итеүселәр бер ҙә ҡалышмай. Ләкин һәр береһе үҙ артынан йыйыштырып, сүп-сарҙарын йыйып китмәүе хәүефләндерә.

Уҡытыусыларым - ҡәҙерлеләрем
12 сентября 2017 йыл | Хаттар

Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе уҡытыусым Зәйтүнә Дәүләтбаева хаҡында һүҙем.
Аҡташ башланғыс мәктәбендә 3-сө класты тамамлағас, беренсе уҡытыусыбыҙ Айһылыу Ғайсинанан айырылып, 4-се класҡа Ҡауарҙы мәктәбенә уҡырға килдек. Унда ла беҙҙе тәүге уҡытыусыбыҙ кеүек йәш кенә, оҙон сәсле, ҡаҡса, мөләйем генә Зәйтүнә апабыҙ ҡаршы алды.  Һәм 10-сы класты тамамлағансы беҙҙең класс етәксебеҙ булды. Беҙ уны яраттыҡ, ул да беҙҙе ҡыр типмәне, барыбыҙҙы ла тиң күрҙе. Бәхетебеҙгә шундай һәйбәт уҡытыусылар тура килде.
Ул замандарҙа класс менән колхоз эштәренә йөрөй инек. Зәйтүнә апабыҙ ҙа беҙҙең менән бергә бара ине, бала саҡта ни, арыуҙы ла белмәйһең,  күңелле итеп шаярышып ҡайтҡандар әле лә хәтерҙә. Уҡытыусыбыҙ беҙҙе үҙ балаларылай күрҙе, барыбыҙҙы ла һаҡлап, яҡлап йөрөттө.
Хәҙер инде бик күп йылдар үтте. Мәктәпте  тамамлауыбыҙға ла киләһе йылға 35 йыл була, Зәйтүнә апабыҙ ҙа 80 йәштән уҙҙы инде...
Тәғзимә САЛАУАТОВА (Иҙрисова).
Ҡарағай ауылы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4