Уңышлылар бүләк отасаҡ!
19 сентября 2017 йыл | Матбуғат

Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, 2018 йылға матбуғатҡа яҙылыу башланды. "Туған баҫмаңа яҙыл!” марафоны бөтә республика буйынса үткәрелә. Гәзит-журналдарға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ.

Ваҡытында түләгеҙ
19 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Сентябрь айында район-ара һалым хеҙмәте суд приставтары менән берлектә рейдтарға сыҡты.
Бындай саралар бурыслы граждандарҙың йәшәү урынын, милкен асыҡлау, һалым бурысын мәжбүри түләтеү өсөн ойошторола. Ошондай уҡ саралар эшҡыуарҙарҙың йәшәү һәм эш урындары, юридик һәм теркәлгән милек адресы буйынса ла үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһының 3-cө район-ара һалым инспекцияһы һалым түләүселәргә мәжбүри сараларҙы көтмәйенсә, һалымды законда ҡаралған үҙ ваҡытында түләргә тәҡдим итә.
Һалым буйынса бурыс тураһында мәғлүмәтте, уны түләү өсөн квитанцияны "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет сервисында www.nalog.ru һалым сайтында алырға була.

Белешмә алыу өсөн
19 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы граждандарға хөкөм ителгәнлек (ителмәгәнлек) һәм енәйәткә тарттырылыу йәки уның туҡталыуы тураһында белешмә биреү дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә түбәндәге талаптарҙы үтәргә ҡуша.
Дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә ғариза биреүсенең шәхесте билдәләүсе документы – паспортының һәм страховка таныҡлығының (СНИЛС) төп нөсхәһе булырға тейеш.
Ғафури районы буйынса эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итеүҙәр Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең берҙәм порталында (http:/www/gosuslugi.ru) электрон рәүештә эшкәртелә. Белешмә алыу өсөн ошо сайтта бирелгән ғаризалар тиҙерәк ҡарала.
Ильяс РӘХМӘТУЛЛИН,
 эске эштәр бүлеге начальнигы,
полиция майоры.

"Яратам һине, Рәсәй!"
19 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Һин – айырым башҡарыусы, йәки музыкаль коллектив ағзаһымы? Көй яҙаһың һәм башҡараһыңмы? Һинең Тыуған илгә бағышланған йырың бармы, йәки ундай йыр яҙырға теләйһеңме? Танылыу яулап, популяр булырға ынтылаһыңмы?
Ул саҡта 1 октябргә тиклем "Рәсәй йәштәре” сайтында: ais.fadm.gov.ru теркәлеү үт. Заявкаңа авторлыҡ йырыңды йәки 2 минут 30 секундтан алып 4 минут 30 секундҡа тик-лем оҙайлыҡтағы видеоклибыңа һылтанманы беркет.  Мотлаҡ үтәлергә тейешле шарт: эшең һәр кем өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле темаға – кесе Ватаныңа арналырға тейеш.
Еңеүселәр танылыу һәм алҡыштар ғына түгел, киләсәктә ярҙамы тейәсәк ҡиммәтле наградалар ҙа аласаҡ.
Шарттар тураһында ентеклерәк бында уҡығыҙ: http://роспатриотцентр.рф/region news/1396.

Стәрлетамаҡ көтә
19 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Муниципаль район хакимиәте райондың ауыл хужалығы предприятиеларын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы 23 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында (адресы: Коммунистик урамы, 101, "Стәрлетамаҡ-Арена" Спорт һарайы майҙаны) үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар алъяпҡыс,  шулай уҡ документтар: шәхесте раҫлаусы танытма, ярҙамсы хужалығың барлығы тураһында урындағы үҙидара органынан белешмә, ветеринар таныҡлыҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәр муниципаль ра-йон хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенең 2-24-49, 2-18-72 телефондарына шылтыратып, алдан яҙыла һәм пропуск ала, шулай уҡ йәрминкә уҙғарылған урынға тик-лем ылау менән йыйылып барыу өсөн осрашыу урыны һәм ваҡытын асыҡлай ала.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 20