Бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара

1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
1 октябрҙә илебеҙҙә Оло йәштәгеләр көнөн билдәләү матур йолаға әйләнде. Был көн – йәмғиәткә замандарҙың өҙлөкһөҙ бәйләнеше, илебеҙ һәм тыуған районыбыҙ өсөн  бик күп эштәр башҡарған өлкән быуын вәкилдәре алдындағы бурыс хаҡында иҫкәртеп тороусы байрам ул.

Йәмәғәт тыңлауы була
29 сентября 2017 йыл | Яңылыҡтар

"Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыу буйынса йәмәғәт тыңлауы 2017 йылдың 30 октябрендә 11.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 863-сы йорт (БР Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ултырыштар залы) адресы буйынса үтә, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
"Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыу тураһында ентекле материалдар http://dooptrb.ru/proekt-polozheniya-o-prirodnom-parke-zilim/ сайтында урынлаштырылған.
Белешмәләр һорап БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре менән эшләү һәм биотөрлөлөк бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Рөстәм Динар улы Ғәлимовҡа: 8(347) 218 – 03- 87; galimov.r@bashkortostan.ru мөрәжәғәт итергә.

Ҡояшлы Һиндостан илселәрен һоҡландырып
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

 Район ҡунаҡтары
Ҡояшлы Һиндостан илселәрен һоҡландырып
Билдәле булыуынса, 21 сентябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре Халыҡ-ара форумы "Граждандарҙы йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә йәлеп итеү” тигән баш аҫтында үҙ эшен башланы. Уның сиктәрендә республикаға ике тиҫтәнән ашыу илдәр, атап әйткәндә, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан вәкилдәр килде, шулай уҡ Аргентина, Португалия, Испаниянан  әйҙәүсе халыҡ-ара эксперттар һәм ойоштороусылар саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы Рәсәй финанстар министры урынбаҫары Алексей Лавров сәләмләне. Шуны билдәләү мөһим:  сара барышында ул Башҡортостандың инициатив бюджетлау практикаһын үҫтереү буйынса илебеҙҙә лидер булыуын әйтеп үтте.

Матур өлгө һеҙҙең ғүмер
29 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

=1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
Матур өлгө һеҙҙең ғүмер 
 
Бурлы ауылында аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, күҙ яуын алырҙай йәмле йорттарҙың береһендә Әхтәмовтар ғаиләһе донъя көтә. Лүзә Камалетдин ҡыҙы менән Рәжәп Ғәләүетдин улы оло йәштә булһалар ҙа, эштә тырыштар һәм булырға тейеш тигәнде булдырмай туҡтамайҙар.

Районыбыҙ артистары күңелле ял бүләк итте
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел Табын ауылында район мәҙәниәт һарайы артистары концерт менән сығыш яһаны.
Концерт программаһы бик бай йөкмәткеле булды, төрлө жанрҙағы йырҙар башҡарылды.  Ә ҡурай моңдары концертҡа матур биҙәк өҫтәп, байытып ебәрҙе, уйын-көлкө һәм юмор ҙа бик урынлы булды. Халыҡ сығыштарҙы ҡарап рәхәтләнеп ял итте. Тамашасылар артистарҙың һәр ҡайһыһын алҡыштар менән оҙатып, сәскә гөлләмәләренә күмде.
Беҙгә күңелле ял минуттары бүләк иткән Рәмил Ғимрани, Эльвира Насирова, Рәзилә Хәбибуллина, Рәмил Ҡотдосов, Хызыр Нәзиров, Наил Вәлиев, Фәнзил Ғәлин  һәм башҡаларға ауылдаштар исеменән рәхмәт әйтәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.
Флүрә КИЛМӨХӘМӘТОВА.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20