Гәзиткә яҙылыу башланды
05 сентября 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Подписка кампанияһы тамамланып күп тә уҙманы, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу иғлан ителә. Уҙған ярты йыллыҡта тиражыбыҙҙы һаҡлап ҡала алған инек, был юлы ла һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, уҙған ярты йыллыҡтағы кеүек быныһында ла матбуғатҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Шуға ла ваҡытты һуҙмай гәзитебеҙгә яҙылып, бүләк отошонда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әйтергә кәрәк, "Табын” гәзитенә уҙған ярты йыллыҡтағы хаҡ менән яҙылырға була. Йәғни, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
05 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Агросәнәғәт комплексы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм ветеринар хеҙмәт ойошторолоуҙың 130 йыллығы айҡанлы:

Ураҡ көндәлеге
05 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Районда урып йыйыу эштәре дауам итә. 4 сентябргә ҡарата 11200 гектар майҙанда (планға ҡарата 63 процент) иген культуралары сабылған, 10500 гектарҙа (59 процент) уңыш йыйып алынған. Һәр гектарҙан уртаса уңыш 24,5 центнер тәшкил итә. Ә бына "Восход-СТ” хужалығында борсаҡ гектарынан 30 центнерҙан ашыу, Ленин исемендәге хужалыҡта ужым культураһы гектарынан 38 центнер, "Восход” хужалығында арпа гектарынан 39 центнер уңыш биргән. Район буйынса тулайым иген йыйымы 25 мең 700 центнер тәшкил итә. Урып йыйыу эштәре менән бер рәттән киләһе уңыш хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Әлегә 1800 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән, 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда баҫыуҙар туңға һөрөлгән.

Йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ
05 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙҒафури районы муниципаль район хакимиәте крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, шәхси хужалыҡ тотоусыларҙы, ауыл хужалығы предприятиеларын 9 сентябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.
Йәрминкә район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда үтәсәк. Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А. Башлана 10.00 сәғәттә. Йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал
05 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Ҡорал тапшыр ҙа аҡса алБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 3 апрелендә ҡабул иткән 90-сы һанлы бойороғона ярашлы Росгвардияның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы 4 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем "Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал” оператив-профилактик сараһы уҙғара.
Ошоға ярашлы эске эштәр бүлегенә килеп законһыҙ һаҡланған ҡоралды ирекле рәүештә тапшырырға мөмкин. Законһыҙ һаҡланған ҡоралды һәм боеприпастарҙы тапшырыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
1. Урындағы полиция бүлегенә килеп, ирекле рәүештә ҡорал тапшырырға теләүегеҙ тураһында ғариза яҙырға, ҡоралдың төрөн һәм уның ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын күрһәтергә;
2. Үҙең менән шәхес таныҡлығы кәрәк (паспорт);
3. Ҡоралды йәки боеприпастарҙы тапшырырға.
Һуңынан махсус комиссия ҡарап, ҡоралдың йәки боеприпастың хаҡын билдәләй һәм ҡорал тапшырыусыға аҡса тапшырыла.
Руслан Мәүлетҡолов,
лицензия-рөхсәт биреү бүлегенең өлкән
инспекторы, полиция капитаны.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20