Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Йәшәлгән йылдарҙы артта ҡалдырып, ғүмер йомғағы һүтелә барған һайын тормошто ла икенсерәк аңлай, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана башлайһың икән. Ысынлап та, ғүмерҙе матур итеп, тормоштан йәм табып йәшәүгә ни етә?
Һәр миҙгелдеке кеүек, көҙҙөң дә үҙ матурлығы. Тирә-яҡҡа өйөрөлөп төрлө төҫтәге япраҡтар ҡойола. Туп-туп булып йылы яҡҡа юлланыусы ҡоштар тауышы, уттай ҡыҙыл миләш-баландар – мәңгелек бер әйләнештең сағылышы. Таныш моңдар, сағыу төҫтәр беҙгә Ерҙә йәшәү тәмен, мәғәнәһен тойҙорта. Миҙгелдәр бәйләнешен, гүзәллеген табып йәшәргә ынтылабыҙ.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мәҙәниәт йортонда үткәрелгән күп сараларҙы биҙәгән, "Хазина” фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ һәүәҫкәрҙәре Рима Сәхиулла ҡыҙы Юлбарисова менән Рәшиҙә Сабит ҡыҙы Хисаметдинова тураһында яҙмам.
Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ
Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ

Ҡартлыҡ бәхете һеҙгә!
29 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле оло быуын кешеләре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!
Был көндө һеҙҙе матур байрам менән ихлас тәбрикләп, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ.
Оло йәштәгеләр – еребеҙгә тыныслыҡ һәм именлек яулаған, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмаған, яу һәм хеҙмәт ҡырҙарында сыныҡҡан быуын ул. Һеҙҙең тырыш хеҙмәт менән төҙөлгән йәмғиәттә, һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙгә, аҡыллы кәңәштәрегеҙгә таянып эшләргә һәм йәшәргә тырышабыҙ. Район йәмәғәт тормошонда, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандар ҙа күп арағыҙҙа.
Барығыҙҙы ла Ололар көнө менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ил-көн именлеге теләйем. Яҡындарығыҙ, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисереп ғүмер итеүегеҙҙе теләйем. Бар йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ, хөрмәтле ветерандар!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.


Мөһим бурыстар ҡуйылған
26 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара

=2017 – Экология йылы
Иғлан ителгән Экология йылында ҡала-ауылдарҙа тирә-яҡ тәбиғәтте һаҡлау, төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара. Сәйетбаба ауыл биләмәһендә был йүнәлештә ниндәй эшмәкәрлек алып барыуҙары тураһында ауыл хакимиәте башлығы Айрат СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.
Мөһим бурыстар ҡуйылған
Мөһим бурыстар ҡуйылған

Урман әкиәтендә ҡунаҡта
26 сентября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

=2017 – Экология йылы
Районда Экология йылына арналған саралар әленән-әле үтеп тора. Уның сираттағыһына, йәшәү сығанағы – урман темаһына арналғанына 24 ауыл клубы коллективы, Красноусол мәктәптәре уҡыусылары һәм тамашасылар йыйылды.
Урман әкиәтендә ҡунаҡта
Урман әкиәтендә ҡунаҡта

Йәм өләшә баҡсабыҙ
26 сентября 2017 йыл | Мәғариф

27 сентябрь – Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәселәре көнө
 Йәм өләшә баҡсабыҙ
 
Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәре Яңғыҙҡайын, Үтәк, Буруновка, Туғай ауылдарында уңышлы эшләп килә. Һөнәри байрамдары алдынан өлкән тәрбиәсе Гүзәл Наил ҡыҙы Сабитова үҙҙәре менән яҡынданыраҡ таныштырҙы.
 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20