Офоҡтар саҡыра сәфәргә
26 сентября 2017 йыл | Йәмғиәт

27 сентябрь – Бөтә донъя туризм көнө
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан районыбыҙ респуб-ликала туризм үҫеше өсөн иң перс-пективалылар иҫәбендә. Ҡуйы урмандарға, мәғрур ҡаяларға, йылға-күлдәргә бай төбәгебеҙ экологик, спорт туризмы, спелеология буйынса тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн дә бик уңайлы.
Офоҡтар саҡыра сәфәргә

Уңайлы ысулды һайлағыҙ
26 сентября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бөгөнгө көнгә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында табипҡа яҙылыуҙың берҙәм электрон системаһы булдырылған. Уның нисек эшләүе һәм табип ҡабул итеүенә ҡайҙа яҙылыу тураһында Красноусол үҙәк дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы ЙӘНЕШЕВ аңлатты.
Уңайлы ысулды һайлағыҙ
 

Киләсәк өсөн яуаплыһығыҙ
26 сентября 2017 йыл | Мәғариф

Хөрмәтле тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү
учреждениелары ветерандары!

Тәрбиәсе – Ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Уның иңендә киләсәк быуын өсөн яуаплылыҡ ята. Балаларға ихтирамлы, иғтибарлы, уларҙы яратҡан кеше генә ысын тәрбиәсе була ала. Һеҙ үтә мәшәҡәтле, әммә изге хеҙмәт башҡараһығыҙ. Киләсәктә лә бар көсөгөҙҙө, талантығыҙҙы кескәйҙәргә түкмәй-сәсмәй тапшырырға яҙһын, ә аҡыллы, һау-сәләмәт, бар яҡтан үҫешкән балалар беҙҙең киләсәгебеҙ һәм ышанысыбыҙ.
Барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек, ижад ҡомары һәм дәрт, балаларҙың һәм ата-әсәләр ихтирамын теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
26 сентября 2017 йыл | Хаттар

Хәтер
Күптән түгел Яңы Ҡарамыш ауылы үҙенең һөйөклө ағинәйен һуңғы юлға оҙатты. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр ҙа ул көндө туҡтап торҙо, әйтерһең, тәбиғәт тә халыҡ үҙенең яратҡан мөғәллимәһе менән тейешенсә хушлашып ҡалһын тип тырышты. Яңы Ҡарамыштың күҙе лә, йөҙө лә, һүҙе лә, йәме лә булған, оҙаҡ йылдар ошо бәләкәй генә ауылға мәғрифәт нуры сәскән Раҡия Закир ҡыҙы Ҡунаҡҡужина 94-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

"Табын"ға яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!
26 сентября 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Уҙған ярты йыллыҡтағы кеүек быныһында ла матбуғатҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Шуға ла ваҡытты һуҙмай гәзитебеҙгә яҙылып, бүләк отошонда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әйтергә кәрәк, "Табын” гәзитенә уҙған ярты йыллыҡтағы хаҡ менән яҙылырға була. Йәғни 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20