Уңыш зарланырлыҡ түгел
22 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

"Икенсе ураҡ”  бара
Районыбыҙ хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итә. Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 21 сентябргә ҡарата бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың һуңғы гектарҙарында  уңыш йыйыу эштәре тамамланыуға (88%) табан бара. Район буйынса уртаса гектар ҡеүәте 24,5 центнер тәшкил итте.
Көндәр салт аяҙ торғанда эш темпын тағы ла ҡыҙыулатып, ошо мәлдең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышып хужалыҡтар икенсе ураҡҡа - "татлы тамыр” уңышын сығарыуға тотондо. Район буйынса был табышлы культура дөйөм 3742 гектарҙа сәселгәйне. Бөгөнгө көнгә ҡарата 518 гектарҙың (14 %) уңышы йыйып алынған. Әлегә уртаса гектар ҡеүәте 324 центнер булып, барлығы 16 меңдән ашыу тонна "татлы тамыр” ҡаҙып алынған. 10 мең тоннанан ашыуы Мәләүез шәкәр заводына оҙатылған.
Уңыш зарланырлыҡ түгел

Сәйетбаба сыры сауҙаны яулай
22 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Булдыҡлылыҡ
Сәйетбаба ауылында беҙҙең яҡтарға хас булмаған, үҙенсәлекле яңы төр эшмәкәрлек – сыр етештереү хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Гәзит уҡыусыларҙы улар менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында был төбәктең сыр етештереүселәре янында булдыҡ.
Сәйетбаба сыры сауҙаны яулай


“Ваҡыт йәшәр йәшәгәндә Ерҙә Хәтер”
22 сентября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Олуғ шәхес, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Хәбибназар Һатлыҡовтың Хәтер кисәһе шулай аталды.
Ниндәй ҙә булһа милләттең бөйөклөгө халыҡ һаны менән түгел, белемле, уҡымышлы, мәғрифәтле, мәҙәниәтле кешеләренең күплеге менән баһалана, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, һәр бер милләттең бар ғүмерен халҡым, илем тип янып йәшәгән ғилемле, бихисап бөйөк шәхестәре бар. Районыбыҙҙың Үтәк ауылы ла илебеҙгә ошондай арҙаҡлы олуғ шәхестәрҙе тыуҙырған төбәктәрҙең береһе. Шундайҙарҙан - ауылдаштарында, шәкерттәрендә милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләгән, уҡымышлы, мәғрифәтле милләттең генә тарихы һәм киләсәге була тип, халҡын ғилемле, мәҙәниәтле итеүгә, уларҙы рухи яҡтан байытыуға күп көс һалған шәхестәрҙең береһе Хәбибназар Үтәки ҙә ҙур урын алып тора.
16 сентябрҙә Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда олуғ шәхес, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Хәбибназар Мөхәммәтҡафи улы әл-Үтәки Һатлыҡовтың тыуыуына 155 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе булып  үтте. Ул "Ваҡыт йәшәр йәшәгәндә Ерҙә Хәтер” тип аталды.
“Ваҡыт йәшәр йәшәгәндә Ерҙә Хәтер”
“Ваҡыт йәшәр йәшәгәндә Ерҙә Хәтер”
 

Ир алтыны – иллелә
22 сентября 2017 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Юбилярҙарыбыҙ
 Ир алтыны – иллелә
Имәндәш ауылы егете Раян бәләкәйҙән шофер булырға, машина йөрөтөргә хыяллана. Күрше ағайҙары йөрөткән машиналарға ултырып йөрөүҙәре матур хәтирә булып хәтерендә ҡалған уның.

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
22 сентября 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Йолаларыбыҙ
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Сәйфуллиндарҙың ғаилә кәңәшмәһендә элек үҙҙәре йәшәп киткән Октябрь урамында байрам үткәреү тураһында һүҙ сыҡҡас, барлыҡ туғандары ла дәррәү күтәреп алды. Был хаҡта хәбәрҙе урам халҡына еткергәс, ҡаршы килеүсе булмағандыр, шатланып ризалашҡандарҙыр. Шулай булмаһа, һәр кем ҡулынан килгәнсә урам тирәһен төҙәтмәҫ, нығытмаҫ, кәртә-ҡураларын рәткә килтермәҫ, ағартмаҫ-буямаҫ ине. Ана, урам ниндәй күркәм төҫ алған! "Бында ысын-ысындан эшсән халыҡ йәшәй. Башҡа урамдарға, шулай уҡ үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө күрһәтеү маҡсатында үткәргән был сараның әһәмиәте ҙур, тип иҫәпләйем”, - ти был байрамды ойошторорға һәм үткәреп ебәрергә ярҙам итеүсе шәхси эшҡыуар, Сәйфуллиндарҙың оло апалары Ғәйшәнең тормош иптәше Ханнан Вәлиулла улы Ишмырҙин.
 
 
 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20