Балалары ла, малдары ла ишле
06 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Балалары ла, малдары ла ишлеЙөҙимән яҡтарына командировка ваҡытында был ауылдың бихисап йорттары баҡсаһында тау-тау бесән өйөмдәрен күреп хайран ҡалдыҡ (төргәклеләре лә, эҫкерт рәүешендә лә уғата күп). Был, билдәле, ошо ауыл кешеләренең уңғанлығына, күпләп мал аҫрауына ишаралай. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Шундайҙарҙың береһе менән танышырға уйлап бер йорт ҡапҡаһын асып инәбеҙ. Бында Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар йәшәй икән. Беҙҙе ихласлап ҡаршы алдылар. Ғаилә башлығы уландары менән баҡсала бәрәңгенең сабылған һабаҡтарын йыйып, уны ҡаҙырға әҙерләй, ә хужабикә йорт тирәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл, өйҙә әле генә бешеп мейестән алынған тәмле икмәк еҫе таралған.

Тыуған яҡтың моңло биҙәге
06 октября 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тыуған яҡтың моңло биҙәге
Башҡорт йыры... Был йырҙарҙа халыҡтың быуаттар төпкөлөнә тоташҡан бай тарихы ла, тыуған иленә, хозур тәбиғәтенә булған сикһеҙ мөхәббәте лә, уй-кисерештәре, өмөт-хыялдары ла  сағыла. Ошо илаһи йыр-моңдарҙы халыҡҡа еткереүсе, күптән инде тамашасы һөйөүен яулаған "Уҡлыҡая” ирҙәр вокаль ансамбле 2006 йылда барлыҡҡа килгән.

Мәргәнлектә көс һынаштылар
06 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Мәргәнлектә көс һынаштылар
Мәргәнлектә көс һынаштылар
Мәргәнлектә көс һынаштылар
Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, үткән аҙнала Красноусолда 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына – "Төньяҡ амурҙары”на арналған мемориаль баҡса һәм һәйкәлде (авторы - яҡташыбыҙ И.Ғ.Шәйәхмәтов) асыу тантанаһы булып үтте. Ошо сара тамамланғандан һуң "Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә, Күрпәс бей һәйкәле эргәһендә Күрпәс бей призына ғәҙәти уҡтан атыу бу-йынса турнир булып үтте.

Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
06 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡты
Тарихы бай, бөгөнгөһө матур, киләсәге яҡтыБынан бик күп йылдар элек, 1752 йылда тәүҙә баҡыр иретеү, 1893 йылда быяла заводы төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килгән Красноусол ҡасабаһы Богоявленск тип атап йөрөтөлгән. Байрам алдынан район үҙәгенең бөгөнгөһө тураһында Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә МӨХӘМӘҘИЕВА менән һөйләштек. Һүҙ - уға:

Техник саралар кәрәкһә
06 октября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Ғафури районындағы Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге ваҡытлыса файҙаланып тороу өсөн реабилитациялау техник саралары тәҡдим итә. Бер айға ҡуртымға алыу хаҡы түбәндәгесә:
Өлкәндәр өсөн бүлмә кресло-коляскаһы (Н-007, 1дана) – 225 һум;
Металл ҡултыҡ таяҡтары:
- терһәк терәгесле (УПС, 1 дана) - 15 һум 85 тин;
- ҡултыҡ терәгесле (1 пар) – 24 һум 60 тин;
- терһәк терәгесле (1 дана) –  24 һум 60 тин.
Тотоноп йөрөү өсөн терәктәр (1 дана) – 60 һум.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4