Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре
06 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

6 октябрҙән 27 октябргә тиклем Красноусол ауылында  "Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре” тигән махсус уҡытыу программаһы уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡты яҡлау үҙәге ойоштора.
Программа тыңлаусыларҙа Башҡортостан Республикаһындағы эшҡыуарлыҡты яҡлау программалары, үҫештең яңы мөмкинлектәре, һалым һалыу системаһындағы үҙгәрештәр, бизнес алып барыуҙың көнүҙәк проблемалары хаҡында белем булдырыу маҡсатында уҙғарыла.
Эшҡыуарҙар өсөн программала ҡатнашыу – бушлай, аҙаҡ дәүләт өлгөһөндәге сертификат бирелә. Унда ҡатнашыу тураһында һорауҙар менән 2-24-49, 2-18-72 телефондары буйынса район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Дауалау сифатынан ризаһығыҙмы?
06 октября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

6 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 13.00 сәғәткә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Динара Тимербай ҡыҙы Гашимова менән "Ҡайнар телефон бәйләнеше” була.
Күҙәтеү ведомствоһы етәксеһенә дарыуҙар менән тәьмин итеү (дарыу яҙып биреүҙән баш тартыу, дауалау сараларын алмаштырыу, алыу срогын боҙоу); бушлай күрһәтелеүсе медицина хеҙмәттәренең сифаты, уны һәр кем ала алырлыҡ булыуы, тораҡ пункттарҙа дарыу-хана ойошмаларының һәр кем файҙалана  алырлыҡ булыуы тураһында, шулай уҡ грипҡа ҡаршы вакцинация мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
"Ҡайнар бәйләнеш” телефондары: 8(347)229-74-58, 8(347)229-74-76.

Бала хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ
06 октября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Ғафури районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы итеп Ольга Николаевна Ғүмәрова тәғәйенләнде.
Уның тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 адресы буйынса дүшәмбе-йома көндәрендә 09.00 сәғәттән 17.57 сәғәткә тиклем (13.00-14.00 сәғәттәрҙә төшкө аш мәле) атҡарыла.  Тел.: 2-73-77.

Ҡотлайбыҙ!
06 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Оҙаҡ йылдар Сәйетбаба почта бүлексәһе начальнигы булып эшләгән, заманында ошо төбәктә "Табын” гәзитен яҙҙырыуға һәм таратыуға тос өлөш индергән, бөгөн хаҡлы ялдағы Миләүшә Шәрифулла ҡыҙы Зиннурова "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уны юғары награда алыуы айҡанлы ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ
06 октября 2017 йыл | Матбуғат

5 октябрҙән 15 октябргә тиклем республикала матбуғатҡа яҙылыу 10 көнлөгө иғлан ителде. Тик ошо арауыҡта ғына "Табын” гәзитенә 10 процент ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4