Яҙ кәйефе бүләк итте көҙгө байрам
18 октября 2017 йыл | Хаттар

Алтын көҙҙөң алтынға мансылған көҙгө муллыҡ осоро, ҡоштарҙың һауа ярып беҙҙең менән хушлашып йылы яҡтарға йыйыныуҙары, тәбиғәттең йәшел хәтфә юрғанын алмаштырып алтын төҫөнә ингән сағы. Ошондай йәмле көндәрҙең береһендә Еҙем-Ҡаран ауылының мәҙәниәт йортонда ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡан өлкәндәр өсөн матур сара үтте.

Берәй ҡасан һиллек булырмы?
18 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Ҡырғыҙстанда Президент һайлауы үтеүе, Ираҡта курдтар менән ыҙғыш башланыуы, Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя Йәштәр һәм студенттар фестивале асылыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булып торҙо.

Президент грантын – файҙалы эштәргә
18 октября 2017 йыл | Йәмғиәт

Президент грантын – файҙалы эштәргә
Президент грантын – файҙалы эштәргәҺуңғы йылдарҙа республикала ла, ил буйынса ла урындағы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән төрлө программалар эшләп килә. Шуларҙың береһе – коммерция булмаған ойошмаларҙың гражданлыҡ йәмғиәттәрен үҫтереү сиктәрендә "Юлыҡ” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) Башҡортостан Рәсәй Президенты грантына конкурста ҡатнашыу маҡсаты менән "Тарихи хәтерҙе һаҡлау” йүнәлеше буйынса үҙ проектын тәҡдим иткәйне. Ниһайәт, күптән түгел ойошманың "Һәйкәл - олатайҙарға, спорт майҙансығы - ейәндәргә” тип аталған проекты еңеп сығып, 499956 һум күләмендә грант яуланы. Ауылдағы Еңеү паркы биләмәһен төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелиск ҡуйыу, спорт майҙансығы төҙөү – тап ошо эштәрҙе башҡарыуҙы проект үҙ эсенә алды ла инде. Проектта күрһәтелгән эштәрҙең күләме 540 мең һум тәшкил итеп, шуның 40 мең һумы ТОС советы ҡарары менән халыҡтан йыйылырға тейеш ине.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
18 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә  оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәне һәм өлгәшкән уңыштары  өсөн:
Рифат Мөнир улы ИШМӨХӘМӘТОВ – мәғариф ветераны, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең элекке директоры.

“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
18 октября 2017 йыл | Матбуғат

"Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы аҙна еңеүселәре билдәле булды. Сәйетбаба ауылынан (Мәктәп урамы, 2) Риф Вәлиев термокөрөшкә отто. Көрөшкәләр йыйылмаһы иһә Юлыҡ ауылынан (Үҙәк урам, 97) Мирғәле Хәсәнов, Һалҡын эсемлек йыйылмаһы Яңғыҙҡайын ауылынан (Шишмә урамы, 2) Рәйсә Йәрмәкова  өлөшөнә сыҡты. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм 20 октябрҙә бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килергә онотмағыҙ. Башҡалар иһә киләһе аҙнала үтәсәк конкурстарҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн "Табын”ға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәрергә кәрәк.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17