Алдынғыға алтын да йәл түгел
17 ноября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Алдынғыға алтын да йәл түгелБылтыр июль аҙағында Стәрлетамаҡ районында уҙған "Баҫыу көнө-2016” семинар-кәңәшмәһендә Баш-ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов алдынғы комбайнсыларҙы дәртләндереү маҡсатында  иң күп майҙандан иң күп ашлыҡ һуғып алыусы комбайнсыларҙы автомобиль менән бүләкләү тәҡдимен индергәйне. Былтыр 3 августа районға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов "Восход-СТ”, Ленин исемендәге хужалыҡ баҫыуҙарында ураҡ эштәре менән танышып, комбайнсылар менән аралашыу мәлендә лә был хаҡта белдерҙе. Район комбайнсылары ул саҡта был хәбәргә әллә ни ышанып та етмәгәйне, шикелле.

Йәш һайлаусылар бүләкләнде
17 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Йәш һайлаусылар бүләкләнде10 ноябрҙә район Советында сентябрь айында иғлан ителгән "Мин - һайлаусы” конкурсының еңеүселәре билдә-ләнде.

Пособиелар артты
17 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Пособиелар артты2017 йылдың 1 ноябрендә "Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында” 2004 йылдың 17 декабрендәге 132-з һанлы БР Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 543-з һанлы БР Законы ҡабул ителде. Был закон хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең Рәсми Интернет-порталына урынлаштырылған.

Геоквеста – өсөнсө
17 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Геоквеста – өсөнсөЭкология йылы сиктәрендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша районыбыҙ уҡыусылары. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районындағы Шахтау
карьеры эргәһендә үткән "Ялан геоквесы” тип аталған 1-се республика ярышында ла һынатманы улар.

Һаҡлауға мохтаж төйәгебеҙ
17 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Һаҡлауға мохтаж төйәгебеҙТәбиғәт ҡомартҡылары – ул билдәле бер урынға хас уникаль ландшафт, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең һирәк осрай торған өлгөләре һәм айырыуса һаҡлауға мохтаж булған тәбиғәт комплекстары. Уларҙы  тәбиғи процестарҙың тарихын сағылдырған, күп серҙәрҙе асҡан өсөн дә шулай тип атағандар. Мәҫәлән, ташҡа әйләнгән фаунаға ҡарап тау тоҡомдарының йәшен билдәләү төрлө файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙә ярҙам итә. Ра-йон территорияһында Ерҙең геологик тарихын асыусы мәмерйә һәм геологик ҡатламдар ҙа бик күп.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2