Байрам ҡотло булһын!
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Байрам ҡотло булһын!Хөрмәтле ауыл хужалығы эшсәндәре, ошо тармаҡ ветерандары!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө айҡанлы ҡотлайым. Илгә икмәк үҫтереүселәр, башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереү-селәр үҙ һөнәри байрамдарын юғары хеҙмәт күрһәткестәре менән ҡаршылай.

Рәхмәт һеҙгә, әсәләр!
23 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

Рәхмәт һеҙгә, әсәләр!Рәхмәт һеҙгә, әсәләр!
Йыл һайын көҙҙөң һуңғы йәкшәмбеһендә иң ҡәҙерле, иң һөйөклө кешеләребеҙ – әсәйҙәрҙе тәбрикләйбеҙ. Үҙендә сикһеҙ һөйөү, рәхимлелек, түҙемлелек сифаттарын туплаған әсә һуңғы һулышына тиклем балаһын йөрәгендә йөрөтә. Һәр бала әсәһенең күңел йылыһы менән бәхетле, ә әсәйҙәр, үҙ сиратында, балаһы бәхетле булһа ғына бәхетле.
Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙҙең изгелек тулы оло йөрәгегеҙ, көндәлек хәстәрегеҙ, сабырлыҡ талап иткән хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ! Бар әсәләрҙең дә балалары өсөн күңеле тыныс булһын. Байрам көнөндә күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәрлек һеҙҙе ғүмерегеҙ буйы оҙатып йөрөһөн.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә бәхет, ныҡлы һаулыҡ һәм изгелек теләйем!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы
23 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

27 ноябрҙән 3 декабргә тиклем "Берҙәм Рәсәй” партияһының 16 йыллығына арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә.

Асыҡ тыңлау була
23 ноября 2017 йыл | Йәмғиәт

2017 йылдың 27 ноябрендә 11.00 сәғәттә район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының "2018 йылға һәм пландағы 2019-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы бюджеты тураһында” ҡарары проекты буйынса асыҡ тыңлау була.

Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ бар
23 ноября 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Күрһәтер ҡаҙаныштарыбыҙ барКөҙгө уңыш йыйып алынғас, йылдың-йылы Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләү матур бер йолаға әүерелде. Бы-йыл был байрам 23 ноябрҙә билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм  АҠБАШЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4