Төп законыбыҙ көнө менән!
12 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Төп законыбыҙ көнө менән!Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙе илебеҙҙең Төп законы – Конституция көнө айҡанлы ҡотлайым. 1993 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ҡабул ителеүе илебеҙҙе тиңдәр араһында тиң итеп күрергә, хоҡуҡи-норматив акттарҙы халыҡ-ара талаптарға тап килтерергә мөмкинлек бирҙе, илебеҙ демократик үҫешкә юл алды.

“Инә ҡаҙ”
12 декабря 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Инә ҡаҙ”Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе уҡытыусы-ветеран Флүрә Хәлилованың икенсе китабы шулай тип атала.
 "Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты Ф.Хәлилова быйыл икенсе китабын ҡулға алды, "Йөрәк ауазы” тип аталған тәүгеһе быйыл йәй баҫылып сыҡҡайны. Ике баҫма ла "Ағиҙел китапханаһы” серияһында донъя күргән.
"Инә ҡаҙ”ҙа ошо исемле әҫәр (тормош күренештәре) һәм уның драма варианты, йәнә төрлө йылдарҙа "Башҡортостан” республика, "Табын” район гәзиттәре, "Ағиҙел” журналы биттәрендә баҫылған мәҡәлә, шиғырҙары урын алған.

“Быҙыбыт”ҡа – 20
12 декабря 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Быҙыбыт”ҡа – 2022 декабрь көндө 18.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында "Быҙыбыт” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең 20 йәшлек юбилейы айҡанлы "Мин бейергә яратам” тип аталған концерты була.
Һеҙ яратып өлгөргән һәм тағы ла яңы сағыу, күңелле бейеүҙәр көтә (6+).

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
12 декабря 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!Билдәле булыуынса, районда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Айырыуса 2016-2017 йылдарҙа был программала ҡатнашыусылар һиҙелерлек артты.

Сираттағы еңеүселәр билдәләнде
12 декабря 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
  Декабрь айында  ике аҙна һуҙымында "Аҙна һайын бүләк” отошон уҙғарыу хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бына, ниһайәт, тәүге аҙна еңеүселәре билдәле булды. Шулай итеп, көрөшкәләр йыйылмаһы Еҙем-Ҡаран ауылынан Илүс Ғиззәтуллин (М. Ғафури урамы, 42) өлөшөнә сыҡты. Термокөрөшкәне Тайыш ауылынан Фәйез Сөләймәнов (Үҙәк урам, 10) отто. Үтәк ауылынан (Чапаев урамы, 61) Әйүп Ҡормановҡа салаттар йыйылмаһы насип булды.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7