Бейеү кисәһе саҡыра
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Бейеү кисәһе саҡыра8 декабрҙә Район мәҙәниәт һарайында "Яңы йылға һикереү" тип аталған бейеү кисәһе була.
Унда тынлы оркестр, "Перевал" вокаль инструменталь ансамбле ҡатнаша, уйындар, конкурстар була. Инеү ирекле. 19.00 сәғәттә башлана (16+).

Юлдар төҙөк булһын
05 декабря 2017 йыл | Яңылыҡтар

Юлдар төҙөк булһынЮлдарҙың тигеҙ, төҙөк булыуы бик тә мөһим. Бына, нисәмә йылдар көтә торғас, Үзбәк ауылының Дуҫлыҡ урамын да тәртипкә килтерҙеләр.
Был урамды яҙлы-көҙлө йырып сыҡҡыһыҙ ине. Аллаға шөкөр, яҡшы кешеләр бар икән әле. Ауылдың хөрмәтле кешеһе Зәкиә апай Башарова ғариза менән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенең элекке башлығы Айҙар Исмәғилевкә мөрәжәғәт итә. Һәм был урам юлын төҙөкләндереүҙе ағымдағы йыл планына индерәләр. Ниһайәт, ауыл биләмәһенең хәҙерге башлығы Нурсилә Хәсәнова етәкселегендә был эш бойомға ашырылды.
Юлды ремонтлауҙа район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы (етәксеһе З.М.Хафизов) эшселәре тырышлыҡ күрһәтте. Уларға халыҡ бик рәхмәтле.
Шулай уҡ Яңы Ерек – Үзбәк ауылдары араһындағы юл да бик насар. Киләсәктә уны ла ремонтлаһалар, үзбәктәр бик тә һөйөнөр ине.
Миңзилә РӘХИМОВА,
Рәүеф САДИҠОВ,
Айгөл ӘБДЕЛМӘНОВА.


Башҡорт эпостары буйынса сюжет төшөрөлә
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡорт эпостары буйынса сюжет төшөрөләБашҡортостандың баш ҡалаһында Ләйсән Золотарева ҡатнашлығында башҡорт эпостары буйынса сюжеттар төшөрөү башланды.
Тәүге сюжеттар Башҡортостандың Милли музейын-да төшөрөлдө. Унда Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы сәсәндәр мәктәбе (етәксеһе — Розалиә Солтангәрәева) студенттары, Бөрйән районы сәсәниәләре Сәлимә Ғарифуллина, Гүзәл Сырлыбаева, шулай уҡ «Рәсәй 1» каналында барған «Зәңгәр ҡош» проекты финалсыһы Ләйсән Золотарева ҡатнашты.

Географиянан диктант
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Географиянан диктант26 ноябрҙә сираттағы "Географик диктант – 2017” халыҡ-ара акцияһы үтте.
Районда ул Красноусолдағы 2-се мәктәптә Рәсәй географик йәмғиәтенең район бүлексәһе, район хакимиәте, мәктәп һәм Балалар ижады үҙәге хакимиәттәре тарафынан ойошторолдо.
Диктантты 63 кеше яҙҙы. Уларҙың барыһына ла ҡатнашыусы таныҡлығы бирелде.
Айрат МИҢЛЕБАЕВ,
Балалар ижады үҙәге педагогы.

Эш хаҡы арта
05 декабря 2017 йыл | Йәмғиәт

Эш хаҡы артаБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2