Хикәйәттәр оҫтаһына арналды
09 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хикәйәттәр оҫтаһына арналдыЯҙыусы һәм шағир, олуғ ғалим Әнүр Хисмәт улы Вахитовтың 85 йыллығына арналған Хәтер кисәһе булып үтте. Сәйетбаба ауылында уҙған сарала яҙыусының туғандары, яҡындары ҡатнашты.

Мырҙаҡай тыпырҙығы
09 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

(Мәҡәләмде Сәйетбаба ауылының данлыҡлы бейеүсеһе Әсҡәт Исмәғил улы Фәхретдинов иҫтәлегенә арнайым).
Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең, беренсенән, дәртле, шаян, икенсенән, һалмаҡ, һығылмалы, талғын бейеүҙәре менән дан  тота. Милли мираҫын, рухи хазина байлыҡтарын быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡлай һәм тапшыра килә. Бейеү – халыҡҡа боронғо йолаларыбыҙҙы, халыҡ ижадын бейеү теле менән ябай һәм оҫта итеп әйтеп биреү ул. Шуға ла бейеү сәнғәтен төплө генә аңлау өсөн, халыҡ ижадын яҡшы белергә кәрәк. Халыҡ моңо, йыры, бейеүе – улар сәнғәттең ҡабатланмаҫ ижад емештәре, иң юғары өлгөһө булып тора. Беҙҙең ауылдың үҙенең бейеү стиле – тыпырҙығы бар. Мәҫәлән, Толпар тыпырҙығы, Ҡаранйылға, Туғай һәм Яугилде тыпырҙыҡтары булыуы ла билдәле. Хәҙер был тыпырҙыҡтар онотолоп бара. Киске уйындар ойошторолмай, аулаҡтар бөттө.

Дуҫлыҡ, изгелек байрамы
09 января 2018 йыл | Мәғариф

Дуҫлыҡ,  изгелек байрамытип аталды Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 4-се һәм 5-се класс уҡыусылары һәм класс етәкселәре ойошторған был сара.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
09 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Ҡоштар –  беҙҙең дуҫтар!Ҡыштың ҡояшлы көнөндә "Миләшкәй” балалар баҡсаһының "Кәрәҙ” төркөмөнә йөрөгән балалар ата-әсәләре менән бергә урманға сәйәхәткә сыҡтылар.

Минең ҡәҙерле кешеләрем
09 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Минең ҡәҙерле кешеләремБеҙ, 18 ҡыҙ һәм 6 егет 1970 йылда 10-сы класты тамамланыҡ. Был фотоһүрәттә беҙ уҡыған бер ҡатлы ағас мәктәп һәм уҡытыусылар коллективы. Йыл һайын 8-се, 10-сы класты тамамлаусылар ошо урында фотоға төшәләр ине. Ул йылдарҙа уҡыған күптәрҙең альбомында был фотолар һаҡланалыр, моғайын.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2