Граждандар мәнфәғәтен яҡлаусылар
12 января 2018 йыл | Хоҡуҡ

Граждандар мәнфәғәтен яҡлаусыларХөрмәтле район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Прокуратура хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым урын алып тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙа мөһим роль уйнай.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәре үтә лә яуап-лы – һеҙ граждандарҙың конституцион хоҡуҡтары һәм азатлығы һағында ныҡлы тораһығыҙ, енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәш алып бараһығыҙ. Һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ йәмғиәт тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә лә закондар өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
Һеҙгә, хөрмәтле район прокуратура хеҙмәткәрҙәре, яуаплы һәм ҡатмарлы эшегеҙҙә хеҙмәт уңыштары теләйем.  Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар юлдаш булһын. Байрамса кәйеф һеҙгә!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Трактор алырға булдылар
12 января 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Трактор алырға булдыларУрындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы районда уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Ике йыл рәттән был программала биш ауыл биләмәһе еңеп сығып, үҙҙәрендәге проблемаларҙы өлөшләтә хәл итә алдылар.

Законлылыҡ һәм хоҡуҡ һағында
12 января 2018 йыл | Хоҡуҡ

Законлылыҡ һәм хоҡуҡ һағында12 ғинуарҙа илебеҙ, шул иҫәптән районыбыҙ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Петр I тарафынан раҫланған төп күҙәтеү ведомствоһы – дәүләттең ышаныслы ҡалҡаны булып торған прокуратура хеҙмәте ойошторолоуға – 296 йыл. Өс йөҙ йылға яҡын тарихы булған был хеҙмәт закон һәм хоҡуҡ тәртибе һағында тора. Ошо уңайҙан район прокуроры, юстиция советнигы Рөстәм РАЯНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гимназистар Рәсәй кимәлендә лә һынатманы
12 января 2018 йыл | Мәғариф

Гимназистар Рәсәй кимәлендә лә һынатманыЙөрөгән таш шымара – ятҡан таш мүкләнә, тигән халыҡ мәҡәле Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына тап килеп тора. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бына алты  йыл рәттән Бөтә Рәсәй Бәләкәй фәндәр академияһы ойошторған "Белем һәм ижад” чемпионатында ҡатнашып, бөтә ил күләмендәге сарала белемдәренең тәрәнлеген иҫбатлап торалар.

Башҡорт теле - халҡым теле!
12 января 2018 йыл | Мәғариф

Башҡорт теле - халҡым теле!Башҡорт халҡының мәғрифәтсе сәсәне, үҙенең яҙғандары менән кеше аңына яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ таратыусы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө - 14 декабрь - былтырҙан башлап Башҡорт теле көнө тип билдәләнәсәк.  Ғафури районы мәктәптәрендә был көндө бик матур итеп билдәләнеләр.  Ҡунаҡҡа саҡырыусылар ҙа күбәйеп китте. 

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2