70 йыл бергә
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

70 йыл бергәКрасноусол ауылының Һамар биҫтәһендә йәшәүсе Райхана Бәхтейәр ҡыҙы менән Тәлғәт Абдулла улы Хисмәтуллиндар ғаиләһе 16 ғинуарҙа бергә тормош көтөүҙәренең 70 йыллығын – муллыҡ туйҙарын билдәләне. Ошо уңайҙан район ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина менән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина был күркәм юбиляр ғаиләне  өйҙәренә барып тәбрикләне (Абдулла ағай йөрөй алмай).

Яңыса тауыш бирәбеҙ
19 января 2018 йыл | Сәйәсәт

Яңыса тауыш бирәбеҙРәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек сиктәрендә райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Р.И.Зверева участка һайлау комиссиялары ағзалары менән урындарға барып осрашыуҙар үткәрҙе.

Агроном Шамил
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Агроном ШамилУның менән танышыуыма ла күп йылдар үтте. Районыбыҙҙың бәләкәй генә Абдулла ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ул Шамил Адиев.

Бәхетле бала саҡ һағында
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Бәхетле бала саҡ һағында1918 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә "Бәлиғ булмағандар комиссиялары хаҡында” декрет ҡабул ителә. 2018 йылдың 14 ғинуарында Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия-лар булдырылыуға 100 йыл тулды. Был көндөң әһәмиәтен баһаламау мөмкин түгел, сөнки комиссиялар быуаттар буйынса балаларҙы ҡыйырһытылыуҙан, уларға ҡарата көс ҡулланыуҙан һаҡлау, социаль мөхиттәге кире йоғонто кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай.

Һайлауға ҡағылышлы киң таралған һорауҙар
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Һайлауға ҡағылышлы киң таралған һорауҙар1. Үҙемдең һайлау участкаһы адресын ҡайҙан белә алам?
Беренсенән, һайлау тураһында ҡануниәткә ярашлы,  һайлау участкалары исемлеге, сиктәре күрһәтелеп (әгәр һайлау участкаһы тораҡ пункттың бер өлөшөндә булдырылған булһа), йәки тораҡ пункттар һанап сығылып (һайлау участкаһы бер йәки бер нисә тораҡ пункт биләмәһендә булдырылһа), һайлау комиссияларының номеры, урынлашҡан урыны һәм тауыш биреү өсөн биналар күрһәтелеп, муниципаль район хакимиәте, ҡала округы башлығы, ә биләмәнең урындағы үҙидара органына һайлау үткәрелгәндә – урындағы биләмә башлығы тарафынан тауыш биреүгә тиклем 40 көн алда баҫтырып сығарыла. Хакимиәт башлығының был хаҡтағы бойороғо йәки ҡарары урындағы үҙидара органдарының акттары баҫыла торған гәзиттә донъя күрергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул тағы ла хакимиәттең һәм һайлау комиссияһының интернет-сайтына ла урынлаштырыла.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2