Моңдарынан нур балҡый ине
30 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беҙҙә ғәҙәттә атҡаҙанған һәм башҡа абруйлы исемдәргә, дәүләт наградаларына лайыҡ булыусы, юғары дәрәжәләр биләүсе шәхестәрҙең генә Хәтер кисәләре, юбилейҙары, уларға арнап башҡа саралар уҙғарыла. Ә бына Ҡаранйылға ауылында районға билдәле йырсы, ябай ауыл кешеһе, заманында "Йондоҙ” колхозының ғына түгел, райондың алдынғы комбайнсыһы булған моң оҫтаһы Миңнур Миңлебай улы Исхаҡовтың 60 йыллығына арнап Хәтер кисәһе уҙғарылды.
Моңдарынан нур балҡый ине
 

Буласаҡ спортсылар өсөн сәйәхәт
30 января 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектына ярашлы 3 йыл рәттән спорт кластары уңышлы эшләп килә, 90 бала белем алыу менән бер рәттән, физкультура дәрестәренән тыш, төрлө спорт түңәрәктәрендә, өҫтәлмә дәрестәрҙә шөғөлләнә, физик мөмкинлектәрен үҫтерә.
Буласаҡ спортсылар өсөн сәйәхәт
Һүрәттә: Конгресс-Холл эргәһендә.

Фәнгә тәүге аҙымдар
30 января 2018 йыл | Мәғариф

Йылдағыса ҡышҡы каникулдар ваҡытында район мәктәптәре уҡыусылары Бәләкәй фәндәр академияһы уҙғарған "Фәнгә тәүге аҙымдар” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.
Фәнгә тәүге аҙымдар
Һүрәттә: Яңғыҙҡайын мәктәбе Буруновка филиалының 8-се класс уҡыусыһы Данил Латипов "Биология" номинацияһында үҙ эшен яҡлай.

Хоккей сәмле уйын
30 января 2018 йыл | Спорт

Республиканың төп командаһы мәрәйҙәр яулау өсөн көрәшкән бер мәлдә ауыл хоккей һөйөүселәре лә, ҡышҡы һыуыҡ тип тормай, боҙ майҙанына ашыға. "Юлыҡ” территориаль ижтимағи үҙидаралыҡ (ТОС) көсө менән Еҙем йылғаһы буйында хоккей ҡумтаһы булдырылып, бында йәштәр шайбалы хоккей уйнай.
Хоккей сәмле уйын

Турнир үтте
30 января 2018 йыл | Спорт


27 ғинуарҙа Красноусолдағы 3-сө һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә ирҙәр араһында В.Воробьев кубогына волейбол турниры үтте.
Ярышта 5 команда – Өфө ҡалаһы командаһы (зачеттан тыш), район спорт ветерандары, Сәйетбаба, Юлыҡ, Үзбәк ауылдары спортсылары ҡатнашты. Көсөргәнешле уйын һөҙөмтәһендә ветерандар – 1-се, Сәйетбаба ауылы командаһы - 2-се, Үзбәк – 3-сө, Юлыҡ – 4-се урынды алды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2