Ҡормантау алдынғылар рәтендә булды
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Ҡормантау алдынғылар рәтендә булды2017 йылдың 19 авгусында  Ҡормантау ауылының 280 йыллығына арнап "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолдо. Байрам юғары кимәлдә үтте һәм бының өсөн ойоштороусыларға – Тәнзилә Кәримова, Таңһылыу Рәхмәтуллина, Финзира Сәйғафарова, Фәүзиә Зәйнуллинаға ҙур рәхмәт. Байрамға күрше ауылдарҙа, сит тарафтарҙа йәшәгән
ауылдаштар, хатта тамырҙары менән Ҡормантауҙан булған, әле Германияла йәшәүсе Оксана ханым да ҡайтып төшкән.

Исемдәрҙә боронғолоҡ сағыла
19 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Исемдәрҙә боронғолоҡ сағылаҮзбәк (элекке исеме Ҡарағайлы) ауылы бик боронғо иҫәпләнә. Уның боронғолоғо тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларында һәм ауыл эргәһендә боронғо зыярат булыуында ла сағыла.

Йыр-моң оҫтаһы
19 января 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыр-моң оҫтаһыБашҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе башҡарыу оҫтаһы Мәрфуға Бәшәрова менән моң һөйөүселәр төрлө йыр конкурстарында, айырыуса яҡташыбыҙ Зәки Мәхмүтов исемендәге халыҡ йырҙары бәйгеһендә осраша.

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер
16 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Хеҙмәткә  бағышланған ғүмерАрабыҙҙа үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы, күркәм холҡо, йәшәү рәүеше менән күптәрҙең ихтирамын, хөрмәтен яулағандар бик күп. Шундай кешеләрҙең береһе Красноусолда ғүмер итеүсе Рим Ҡадир улы Мәҡсүтов.

Ала белгән Мәүлембирҙе
16 января 2018 йыл | Йәмғиәт

Ала белгән Мәүлембирҙе"Ҡуйығыҙ әле, маҙаһыҙламағыҙ, ана, олатай-өләсәйегеҙгә барып ярҙамлашып килегеҙ… " Шулай ти ҙә, Мәүлембирҙе, эргәһендә мыжғышҡан бихисап бала-сағаларҙың һәр береһенә ҡулынан килерҙәй эш ҡушып ҡуя. "Атай, атай, һуғыш тураһында һөйлә әле!” – тип һырып алһалар, ни тип әйтергә лә белмәҫһең. Уларға күрше-тирә балалары ла ҡушыла, етмәһә. Әкиәтме ни һуғыш уларға. Ә Мәүлембирҙене әле һаман алыҫ 1942 йылда тәүге тапҡыр күҙгә-күҙ осрашҡан немец һалдатының ҡарашы эҙәрлекләй, төштәренә кереп ыҙалата… Башҡорт һалдаты өлгөрөрәк булып сыҡты ул ваҡытта – 17-шәр йәшлек ике дошман үҫмерҙең осрашыуында…
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 11