Йөрәктән - йөрәккә...
16 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ – йөрәккә етә, тигән әйтем йәшәй. Республика телевизион "Йөрәк һүҙе” проекты үҙ сиктәренән ашып сығып, халыҡ байрамына әйләнде. Проекттың Гала-концертында яҡташыбыҙ Мөнир Ҡунафин улы Йәдкәр менән ҡатнашҡайны. Ә еңеүселәр – Зөлфиә Ханнанова менән ҡыҙы Гүзәл сығыштары менән залдағы ғына түгел, Интернет аша таралған яҙмалары, аҙаҡ телевидение аша бар халыҡтың күңеленә үтеп инеп тетрәтте, уйландырҙы, иңрәтте, илатты һәм шиғри һүҙҙең, башҡорт шиғриәтенең ғәйәт ҙур ҡөҙрәткә эйә икәнен күрһәтте.
Йөрәктән - йөрәккә...

Театр байрамы
16 февраля 2018 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21 февралдә Район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә райондың Халыҡ театрҙарының спектаклдәре була – драма коллективтары "халыҡ” исемен яҡлай.
Тамашалар иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Театр һөйөүселәрҙе спектаклдәр ҡарарға саҡырабыҙ (12+).

Үткәндәрҙе иҫкә алып
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Быйыл февраль айында Сталинград өсөн барған һуғышта еңеүгә 75 йыл булды. Ошоға бәйле Сәйетбаба ауылындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан бик матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған сара уҙғарылды.
Үткәндәрҙе иҫкә алып
 

Килдебаевтарса күркәм йәшәү өлгөһө
16 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Тормош шулай ҡоролған: яҙмыш елдәре кешеләрҙе төрлө тарафтарға илтеп ташлай, хатта икенсе милләт кешеләре менән дә бергә бәйләй. Күмәк бала әсәһе – татар ҡыҙы Лилиә Әбделмәнова ла ғүмер юлын сит ауылда, башҡа милләт кешеһе менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын. Кешене ниндәй милләт вәкиле булыуы түгел, ә иң тәүҙә кешелеклелек сифаттары биҙәй шул.
Килдебаевтарса күркәм йәшәү өлгөһө
 
 

Быйыл да һынатманыҡ
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән яңғыҙ башҡарыусыларҙың "Сәскә ат, Башҡортостаным!” төбәк-ара вокал конкурсында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны. Етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина әйтеүенсә, улар был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. Уҙған йылда конкурстың баһалама ағзаларын таң ҡалдырып, Денис Хәбибуллин, Алһыу Ғәлимова, Аделина Вафина эстрада һәм халыҡ йырҙарын юғары оҫталыҡ менән башҡарып, 1-се һәм 2-се урындарҙы алып ҡайтҡайны.
Быйыл да һынатманыҡ
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8