Һалдат һәр ваҡыт сафта
22 февраля 2018 йыл | Йәмғиәт

Һалдат һәр ваҡыт сафта 
Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә райондың сик һағы ветерандары бик күп эштәр башҡара. Уларҙы берләштергән ойошма һәм инициатив төркөм (совет) 2015 йылда төҙөлдө. Райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан был ойошмала бөгөнгө көндә 300-ләп кеше иҫәпләнә.

Биатлон ярышы үтте
22 февраля 2018 йыл | Спорт

 Биатлон ярышы үтте
Районда беренсе тапҡыр үткән традицион уҡтан атыу буйынса арчери-биатлон ярышы совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.

“Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”
22 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Спорт

 “Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”
Ғаилә йылында атай-әсәйҙәрҙең дә таҫыллығын, физик яҡтан көстәрен һынап ҡарау маҡсатында башланғыс кластарҙа "Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә”  тип аталған сәмле  ярыш уҙғарҙыҡ. Беренсе төркөмдә 1 "А” һәм "Б” менән 2 "А” һәм "Б”  кластарынан 10 команда үҙ-ара ярышһа, икенсеһендә 3 "А” һәм "Б” кластарынан ике - "Бәһлеүәндәр” һәм "Еңеү” командалары бер-береһе менән көс һынашты.

Шахматсы иҫтәлегенә турнир
22 февраля 2018 йыл | Спорт

 Шахматсы иҫтәлегенә турнир
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһында 25 йыллыҡ тарихы булған матур йола бар. Зиһен, аҡыл, сабырлыҡ, теүәллек талап иткән зирәктәр уйыны - шахмат буйынса ауыл-ара турнир ул. Башлап ебәргәндә һигеҙ ауыл командалары ҡатнашһа, һуңғы йылдарҙа башлыса Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Имәндәш шахматсылары ғына йолаға тоғро ҡала килә. Быйыл турнирҙы ойоштороу сәйетбабалар сиратында ине.

Абруйлы Шағир, оло Шәхес, изгелекле Кеше...
22 февраля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Абруйлы Шағир, оло Шәхес,  изгелекле Кеше... 
5 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулды.
"Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелгәнгә ҡәҙәр үк инде Назар Нәжми халыҡ араһында киң танылған, яратып уҡылған, ҙур абруй  яулаған Шағир, оло Шәхес, ябай, тура һүҙле, әммә изгелекле Кеше ине. "Беҙ - Назар Нәжмиҙеке!” – тип ҡысҡырып торған характерлы, үткер телле, сағыу образдарға ҡоролған, тәрән фекерле шиғырҙарын кем генә уҡымаған да, композиторҙар менән ижади дуҫлыҡта тыуған моңло йырҙарын кемдәр генә тыңламаған икән?!

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12